Йәмғиәт
30 Марта 2022, 14:50

Иҫке Сибай ағинәйҙәре - "Һаҡмар" менән!

Тулыраҡ:

Иҫке Сибай ағинәйҙәре – “Һаҡмар” менән!

Бөгөн Илүзә Йосопова етәкселегендәге Иҫке Сибай ауылы “Ағинәйҙәре” дәррәү генә “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды. Шуның менән улар район ағинәйҙәре иғлан иткән “Ағинәйҙәр – “Һаҡмар” менән” акцияһына ҡушылды.

- “Һаҡмар” – йөкмәткеһе менән башҡа гәзиттәрҙән күпкә айырыла, - тине Илүзә Йосопова. – Һуңғы ваҡытта уның биттәрендә ағинәйҙәр ҡатнашлығында ойошторолған саралар йыш донъя күрә. Беҙҙең эште күреп, тейешле кимәлдә баһалап барған редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Акцияны башҡа ауыл ағинәйҙәре лә күтәреп алыр, тип ышанабыҙ.  

Иҫке Сибай ағинәйҙәре - "Һаҡмар" менән!
Иҫке Сибай ағинәйҙәре - "Һаҡмар" менән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас