Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
26 Марта 2022, 15:30

Сыңғыҙҙарҙың уңған ағинәйҙәре

Тулыраҡ:

Сыңғыҙ ауылында район “Ағинәйҙәр”енең төбәк йыйыны үтте. Ишһылыу Рәжәпова етәкләгән Сыңғыҙ ағинәйҙәре милли кәсептәрҙе тергеҙеү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашырға Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай, Таулыҡай, Беренсе Этҡол, Буранбай, Түбәнге Яйыҡбай ауылдары ағинәйҙәре рәйестәре килде .

Сыңғыҙ ағинәйҙәре урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миңзәлә Шахморатова һәм Айгөл Уразбаева менән берлектә милли кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Сыңғыҙҙар йола эсендә йола үтәп, иң изге теләктәрен әйтә-әйтә, Мәҡсүдә Балхинаның ҡыҙына бирнә һандығына һарыҡ йөнөнән юрған эшләне. Әйтергә кәрәк, юрған күбеү йолаһы урын еренә еткереп башҡарылды.

Район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Әйтергә кәрәк, шуның менән район буйынса иғлан ителгән сарыҡ тегеү конкурсына Сыңғыҙ, Таулыҡай, Беренсе Этҡол ағинәйҙәре лә ҡушылды.

Бынан тыш Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре милли ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе — шаршауҙы тергеҙеү буйынса ла тәжрибәһен район ағинәйҙәре менән уртаҡлашты. Оҫталыҡ дәресен Дәүләтбикә Әбдрәшитова үткәреп, шаршау эшләү тәртибе, уны сигеү, орнаменттар менән биҙәү һәм башҡа аҙымдарын эҙмә-эҙлекле аңлатты. Ағинәйҙәр шаршауға бәйле бөтә милли йолаларҙы иҫкә төшөрҙө. Мәҫәлән борон бала ҡыҙылса менән ауырып китһә, уны шаршауға төрөп һалғандар.

Әйткәндәй, оҫта ҡуллы ағинәй Дәүләтбикә Әбдрәшитова шаршау сигеү буйынса оҫталыҡ дәресен Сибай һәм Өфө студенттарына ла күрһәтте.

Ошондай ағинәйҙәр булғанда, милли ҡомартҡылар һаҡланыр, аманат итеп үҫеп килгән быуынға тапшырылыр.

 

Сыңғыҙҙарҙың уңған ағинәйҙәре
Сыңғыҙҙарҙың уңған ағинәйҙәре
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас