+23 °С
Облачно
Район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы сарыҡ тегеү буйынса конкурс иғлан иткәйне. Уға Зифа Иҫәнова етәкселегендәге Йомаш ауылы ағинәйҙәре лә ҡушылды. Ошо көндәрҙә улар бергә йыйылып, был тәңгәлдә эште башлап та ебәрҙе. Оҫталыҡ дәресен бай тәжрибә туплаған район “Ағинәйҙәре” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова күрһәтте.
Әйткәндәй, Йомаш ауылы “Ағинәйҙәр”е бик әүҙем тормош алып бара. Улар милли традициялар, йолалар, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйына ҙур эштәр башаҡара. Ағинәйҙәр бүлмәһе лә зауыҡ менән биҙәлгән. Бында боронғо ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейемдәре, биҙәүестәре урын алған.