Баймаҡ ағинәйҙәре – “Алтын тирмә”лә!
Уҙған аҙнала Баймаҡ һәм Бөрйән райондары ағинәйҙәре “Алтын тирмә” телевизион тапшырыуында ҡатнашып ҡайтты. Улар Дәүләт Думаһы депутаты, республика ир-егеттәр ҡоро етәксеһе Зариф Байғусҡаровтың командаһы менән осрашты. Ағинәйҙәрҙе иһә республика “Ағинәйҙәре”ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева етәкләне.
Командалар был юлы халыҡ кәсебе, милли шөғөлдәр тураһындағы әңгәмә ҡорҙо. Уйын барышында ир-егеттәр ҡоро ир-егеттәр кәсебе, ир һәм атай абруйы тураһында фекер алышыу бик йәнле булды. Ағинәйҙәр иһә үҙҙәренең шөғөлдәре тураһында бәйән итте.
Тапшырыу ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Ә шулай ҙа “Ағинәйҙәр” командаһы көслөрәк булып сыҡты. Улар “Ир-егеттәр” ҡорон еңеүгә өлгәште.
Тапшырыу ошо аҙнала күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, “Алтын тирмә”лә тағы ла яҡташтарыбыҙҙы күрәсәкбеҙ. Баймаҡтан Аралбаевтар һәм Хәсәновтар ғаиләһе “Ғаилә тәрбиәһе” темаһына арналған тапшырыуҙа ҡатнашты.