+15 °С
Облачно
Мәғлүм булыуынса, ошо аҙнала Сибай ҡалаһында балаҫ һуғыусыларҙың Бөтә Рәсәй форумы үтәсәк. Унда районыбыҙҙың да уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашасаҡ. Был тәңгәлдә беҙҙә күптән әҙерлек бара ла инде. Таһир ауылында ла милли кәсепте тергеҙеү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Әлеге көндө балаҫ һуғыу оҫтаһы Ғәшүрә Рәүилева ағинәйҙәргә оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Әйтергә кәрәк, бында оҫталыҡ дәресе районыбыҙҙың һәр ауылында ла үтеп бара.