Йәмғиәт
19 Марта 2022, 13:28

“Быуындар бәйләнешендә - балаҫ ебе”

Бөгөн Йомаш ауылында шундай исем аҫтында балаҫ һуғыу буйынса ғилми-конференция үтте.

Бөгөн Йомаш ауылында шундай исем аҫтында балаҫ һуғыу буйынса ғилми-конференция үтте. Ул урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары, китапхана һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙҙы. Сараға Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының балаҫ һуғыу оҫталары, уңған хужабикәләр йыйылды.

Конференцияны Йомаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Райманова менән тарих уҡытыусыһы Рәсүл Тимербулатов бик йәнле итеп алып барҙы

Конференцияның тәүге өлөшөндә балаҫтың килеп сығыу тарихы хаҡында бай мәғлүмәт бирелде. Викторина һорауҙарына яуаптар эҙләнде.

Сараның икенсе өлөшөндә иһә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. 

Ғилми-конференция тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте “Һаҡмар” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

“Быуындар бәйләнешендә - балаҫ ебе”
“Быуындар бәйләнешендә - балаҫ ебе”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас