Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
12 Марта 2022, 05:10

Ҡурҡыу тыуҙырып... аҡса эшләйҙәр

Йәйгеһен күптәр тышта сәй эсергә ярата бит инде. Шул саҡта булған хәл. Өҫтәлдә үҙем ҡайнатҡан ҡарағат ҡайнатмаһы һәм ялтырауыҡ һауытына ымһынып һатып алынған сит илдең абрикос джемы тора. Ҡайнатманы себен-һағыҙаҡтар һырып аптыратты. Баяғы сил ил джемына бер бөжәк тә ҡунманы. Ҡайһы саҡта беҙҙең себендәй ҙә аҡылыбыҙ булмай сығамы? Сит илдән килгән, нимәнән етештерелгәнен дә белмәгән аҙыҡ-түлеккә нимә тип йәбешәбеҙ беҙ?..

Ҡурҡыу тыуҙырып... аҡса эшләйҙәрҠурҡыу тыуҙырып... аҡса эшләйҙәр
Ҡурҡыу тыуҙырып... аҡса эшләйҙәр

Бешергән ашымды тоҙлайым тип тоҙға үрелдем. “Келт” итеп хәтергә килеп төштө – бөткәйне бит әле! Һатып алырға онотоп тик йөрөлә. Бәләкәс кенә тоҙ һауыттары ла бушап бөткәс, магазинға йүнәлергә тура килде. Бер ыңғай ике ҡап алайым тип кәрзингә һалып та өлгөрмәнем, янымда ғына тауыш яңғыраны: “Нимә тоҙ ҙа бөтәме әллә?”

Өлкән йәштәге апай миңә борсолоулы ҡарай. “Берәй нәмә бөтәме әллә?”-тип һорайым. “Һуң шәкәр, он бөтә бит. Ана, бөтәһе лә күпләп ала”,-ти.

Рәсәйҙә тоҙ бөтөүенә ышанған кешеләр бер ҡасан да Соль-Илецкта булмағандыр ул тип уйлап кассаға яҡынлайым. Кешеләр ысынлап та күпләп шәкәр ала. “Монетка” маркетының һатыусыһынан был хаҡта һорағас: “Әллә аптырап бөттөк инде. Машина аҙнаһына ике мәртәбә килә, шәкәр ҙә алып киләләр. Әммә кешеләр беҙҙең тауар ҡасан килгәненә тиклем белеп алған. Көтөп кенә торалар ҙа, шәкәргә йәбешәләр. Аңлатып ҡарайбыҙ, складтарҙә шәкәр етерлек тип, юҡ аңламайҙар”,-тип һөйләп бирҙе. “Ошондай хәл килеп тыуғас, Өфө һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа бер ҡулға 5 килограмдан артыҡ шәкәр, он биреүҙе тыйҙылар бит. Беҙҙә шулай эшләп булмайы ни?”-тигән һорау бирәм. “Әллә, беҙгә ундай бойороҡ булманы әлегә”,-тине һатыусы.

Ысынында ла ошондай мәлдә алыпһатарҙар байып ҡала. Улар магазиндарҙан шәкәр, он, тоҙ һ.б. шуның кеүек аҙыҡ-түлекте күпләп ала һәм хаҡын арттырып һата. Коронавирус пандемияһы башланған ваҡытты хәтерләйһегеҙме? Ул ваҡытта ла халыҡ аҙыҡ-түлекте тоҡлап-тоҡлап алды. Шуны ғына көтөп торғапн намыҫһыҙ етештереүселәр, күмәртәләп һатыусылар һәм ҡайһы бер магазин хужалары шунда уҡ хаҡтарҙы ҡырҡа күтәреп ебәрҙе. Ниндәйҙер ауырлыҡ килеүен йә халыҡтың алданыуын оҫта файҙаланып, аҡса эшләп маташҡан спекулянттарҙы ниндәй һүҙҙәр менән атарға ла белмәйһең.

Ҡалала урынлашҡан бар магазиндарҙы йөрөп, ҡарап сыҡтым. Күп итеп он алған бер ағайҙан бының сәбәбен һорайым. “Һуң Америка беҙҙең илгә санкция иғлан итеп ята бит”,-ти был мине аптыратып.

Әйтегеҙ әле, ҡасан беҙ Америка икмәген ашағаныбыҙ бар? Улар беҙҙең игенгә мохтаж, ә беҙ түгел! Санкциялар сит илдән килгән шарап, коньяк, виски, кока-кола, балаларҙың мейеһен бөтөргән энергетиктар, “Макдональдс” кафеларына ҡағылды. Уларһыҙ йәшәп булмаймы ни? Он, шәкәр, ҡарабойҙай, башҡа ярмалар, төрлө-төрлө майҙар – барыһы ла үҙебеҙҙә етештерелә. Ә беҙҙең иттәр һуң? Ашап туйғыһыҙ бит! Сит илдән брекет формаһында килтерелгән, нимәнән эшләнгәне лә аңлашылмаған иткә баймаҡтар әйләнеп тә ҡарамайҙыр тип уйлайым. Беҙгә әллә ниндәй химик матдәләр ҡушып эшләнгән пальма майы кәрәкме? Юҡ инде, шәхси хужалыҡта үҙебеҙҙең уңғанбикәләр ҡаймаҡ айыртып, унан тәмле итеп бешкән майҙар булғанда, сит илдәрҙең теләһә нәмәһе беҙгә кәрәк тә түгел.

Йәйгеһен күптәр тышта сәй эсергә ярата бит инде. Шул саҡта булған хәл. Өҫтәлдә ҡарағат ҡайнатмаһы һәм ялтырауыҡ һауытына ымһынып һатып алынған сит илдең абрикос джемы тора. Ҡайнатманы себен-һағыҙаҡтар һырып аптыратты. Баяғы сил ил джемына бер бөжәк тә ҡунманы. Ҡайһы саҡта беҙҙең себендәй ҙә аҡылыбыҙ булмай сығамы? Сит илдән килгән, нимәнән етештерелгәнен дә белмәгән аҙыҡ-түлеккә нимә тип йәбешәбеҙ беҙ?

Беҙҙең районды ғына алып ҡараһаң да, төрлө иген культуралары үҫтергән, ит, һөт, май, икмәк ризыҡтары һ.б. етештергән күпме уңған фермерҙарыбыҙ, шәхси хужалыҡтарыбыҙ бар. Шуға күрә “Америка санкция иғлан итә” тип магазинда булған бар тауарҙы һепереп һатып алыусыларҙы аңлап булмай. Китһен сит илдәр беҙҙең сауҙа һ.б. өлкәләрҙән! Уның ҡарауы үҙебеҙҙең етештереүселәргә юл асыла бит.

Яҙ һайын Баймағыбыҙ алмағастарҙың ап-аҡ сәскәһенә күмелә. Унан күптәрҙең баҡсаһында алмаларына көсө етмәй һығылып-бөгөлөп ултырған ағастарҙы күрәбеҙ. Ә ҡыш буйы беҙ ... Польшаның тәме лә, еҫе лә булмаған алмаларын ашап сығабыҙ. Сөнки ялҡаулығыбыҙ көслө. Картуфты һаҡларға өйрәндек, ә бына башҡа йәшелсә, емеш-еләкте ғаиләңә етерлек итеп һаҡлауға издиһат һалмайбыҙ. Һөҙөмтәлә, уртаға ҡырҡылғандан һуң бер ай ятһа ла ҡараймаған, себенләмәгән, боҙолмаған, “алма” ашайбыҙ.

Район хакимиәтенең сауҙа бүлеге начальнигы Лилиә Кәримоваға аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрелмәһен өсөн ниҙәр эшләнеүен һораным. Уның әйтеүенсә, көн һайын республиканың сауҙа министрлығы һәр район-ҡалалағы хаҡтарҙы анализлай, контролдә тота. Был йәһәттән “Монетка”, “Магнит”, “Пятерочка” кеүек маркеттарҙы миҫалға килтерергә кәрәк. Уларға тауар берҙәм базанан килтерелгәс, хаҡтарҙы тулыһынса контролдә тоталар. Ә бына ваҡ магазиндарға ауырға тура килә. Сөнки улар төрлө поставщиктар менән эш итә. Магнитогорск ҡалаһында урынлашҡан күмәртәләп һатыу базалары хаҡты күтәрә һәм беҙҙең шәхси эшҡыуарҙарҙың магазиндарында ла хаҡтар арта. Пандемия ваҡытында ла нәҡ шундай хәл урындағы бәләкәй сауҙа нөктәләрендә күҙәтелгәйне. Бындай саҡта нимә эшләргә һуң? Ошо йүнәлештә эшләгән “Ҡыҙыу линия”ға – 8(347)246-21-43 шылтыратырға. Ҡот осмалы хаҡтар күрһәгеҙ, беҙгә – редакцияға ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ялған мәғлүмәти һөжүм менән халыҡтың күңеленә шом һалып, унан хаҡтарҙы арттырып, намыҫһыҙ юл менән байырға ынтылыусыларға ҡарата закон бар ул. Иң мөһиме – берләшергә, ундайҙар хаҡында ваҡытында хәбәр итеп барырға һәм тынысланырға кәрәк.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас