+27 °С
Облачно
Халҡыбыҙҙа яҙ баштарында, көндәр йылына башлау менән "баш итенә" сакырышыу йолаһы булған. Малдың башын өтөп, йыуып, таҙалап бешергәндәр. Ашҡа күрше-тирәһен, тыуғандарын саҡырып һыйлар булғандар.
Шуға таянып, Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре лә "Баш итенә саҡырыу" йолаһын күрһәтте. Тәүҙә ил-йорт тыныс булһын тип аят бағышлаттылар, ашлыҡ уңһын, мал-тыуар һимеҙ булһын, тип теләктәр әйттеләр. Һуңынан хужабикә, йоланы үтәп, баш итен өлөшлэп таратып сыҡты. Ҡунаҡтар хужаларға изге теләктәрен еткерҙе.
Ошондай матур йолаларыбыҙҙың һаҡланып килеүендә ағинәйҙәребеҙҙең өлөшө ҙур.