Бөгөн Иҫке Сибай ауылында район “Ағинәйҙәре” ойошмаһының төбәк йыйыны үтте. Унда Күсей, Төркмән, Иҫәнбәт һәм Сыңғыҙ ауылдары ағинәйҙәре 8ём у3ыусы балалар ҡатнашты.
Илүзә Йосопова етәкселегендәге Иҫке Сибай ағинәйҙәре үҙҙәренең бүлмәләре менән таныштырҙы. Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып, фекер алыштылар. Норматив-хоҡуҡи документтарға күҙәтеү яһалды. “Түңәрәк өҫтәл” артында “Милли кейемдәрҙә һәм биҙәүестәрҙә (селтәр, алмиҙеү, түшелдерек һ.б) хаталар булдырмау” тураһында фекр алышыу бик тә фәһемле булды.
Иҫке Сибайҙар ағинәйҙәргә тула баҫыу, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-егеттәргә һәм балаларға сарыҡ тегеү, селтәр, ҡашмау, башҡорт милли кейемендәрен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Йыйындан ағинәйҙәр ҙур тәжрибә алып таралышты. Үҙҙәрендә лә ошо тәңгәлдә эштәр алып барыу мөһимлеге хаҡында белдерҙеләр.