+12 °С
Облачно
Район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы иғлан иткән сарыҡ тегеү конкурсы әүҙемләште. Бөгөн һәр ауылда тиерлек ҙур теләк менән был конкурсҡа ҡушылыусылар бар. Был тәңгәлдә Илүзә Йосопова етәкселегендәге Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтә. Улар башҡорт милли биҙәүестәре, селтәр, ҡашмау тегеү, сарыҡ әҙерләү буйынса әленән-әле оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, теләктәре булғандарҙың барыһына ла ярҙам итәләр.