+21 °С
Дождь
Иҫке Сибай ауылында "Ағинәйҙәр" ойошмаһы бүлмәһе күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Улар үҙҙәре уны рәтләп, буяп, тәртипкә килтереп алды. Бөгөн иһә унан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Үҙҙәре лә бик күп сара ойоштора. Бөгөн унда балалар ҙа яратып йөрөй. Улар башҡорт милли рухта һуғарылған мөйөш менән танышып, башҡорт телендә аралашып, әкиәттәр тыңлай. Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышалар.