Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
25 Февраля 2022, 13:40

Нимә генә уйлап тапмайҙар!

Хатта ялған повестка ла ебәрәләр

Нимә генә уйлап тапмайҙар!Нимә генә уйлап тапмайҙар!
Нимә генә уйлап тапмайҙар!

Телефон аша кеше алдаусылар нимә генә уйлап тапмай!

Һуңғы осор улар үҙҙәрен прокуратура йәки полиция хеҙмәткәре, следователь итеп таныта. Һөҙөмтәлә, кешеләр хоҡуҡ һаҡсыларына ышанып, алдана.

Бер ҡатынға улар “Һеҙҙең исемгә 4 банкта кредит юллағандар. Һеҙгә банктарҙан шылтыратыуҙар булдымы? Һеҙҙең тураһындағы мәғлүмәттәрҙе банктан алғандар. Әйҙәгеҙ, асыҡлайыҡ”,-тиҙәр.

Ҡатын: “Ни өсөн һеҙ быны телефон аша асыҡлайһығыҙ. Миңә повестка ебәрегеҙ”,-ти. Теге кеше: “Ярай, эшегеҙҙе һеҙҙең следователгә бирермен. Һеҙ был эш буйынса шаһит ҡына булып үтәһегеҙ”,-тип телефонды һалып та ҡуйған.

Әйткәндәй, ҡайһы саҡта һеҙгә ялған повестка килеүе лә мөмкин. Әммә быларҙың барыһы ла кешене хоҡуҡ һаҡсылары менән ҡурҡытып, банк карточкаһының бар мәғлүмәтен алып, аҡсаһын урлау өсөн эшләнә. Ошо хаҡта онотмағыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас