

Белеүебеҙсә, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәл бик көсөргәнешле ҡала. Шуға күрә үткән йомала был республикаларҙың Башлыҡтары үҙ халҡын Рәсәйгә эвакуациялау тураһында белдерҙе.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә ваҡытында республикала Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штаб ойошторолоуы хаҡында әйтте.
«Иртәгә Башҡортостанға Донбастан тәүге ҡасаҡтар килә башлай. Беҙ ике меңгә яҡын ҡасаҡты ҡабул итәбеҙ. Бының өсөн мобиль урынлаштырыу пункттары астыҡ. Ҡасаҡтар араһында оло йәштәгеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар бар. Уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡабул итергә кәрәк. Уҡыусылар мәктәп кәрәк-яраҡтары, дәреслектәр менән тәьмин ителергә һәм мәктәптә уҡый башларға тейеш. », — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ҡабул итеү пункттарының әҙерлеген шәхсән тикшерергә ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика шифаханаларын ҡасаҡтарҙы урынлаштырыуға әҙерләргә бурыслы.
«Шуныһы ҡыуаныслы (беҙҙә башҡаса булғаны юҡ): Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәре үк Донбастан килгән ҡасаҡтарға ярҙам итергә теләк белдерә башланы», — тине республика етәксеһе.
Республикаға килгән ҡасаҡтарҙың барыһы ла коронавирус инфекцияһына тест үтәсәк. “Унда эпидемиологик хәлдең нисек булыуын беҙ белмәйбеҙ. Шуға күрә иң тәүҙә беҙгә килгәндәрҙең барыһына ла тест эшләргә кәрәк”, - тине Р.Хәбиров. Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралы башлығы Анна Казак әйтеүенсә, идаралыҡ белгестәре ҡасаҡтарҙы ҡаршы алыуға тимер юл вокзалына барасаҡ, инфекция таралмаһын өсөн барыһын да эшләйәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ЛНР-ҙан һәм ДНР-ҙан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам күрһәтеү иғлан ителде.
Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә (дүшәмбе-йома ккөндәрендә — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға, шәмбе-йәкшәмбелә — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем).
Йәмәғәтселек ярҙамы штабының Берҙәм кол-үҙәге: 8 (347) 218-19-19. (иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратырға мөмкин).
Фото: https://yandex.ru/