Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
18 Февраля 2022, 09:20

Тынғыһыҙ ағинәй

Ишмөхәмәт ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһын Миңһылыу Сәлимова етәкләй. Тынғыһыҙ ағинәй ул, тиҙәр уға ҡарата. Ысынлап та, бер-бер артлы төрлө саралар уҙғарыуға, тәрбиәүи эш алып барыуға бөтә иғтибарын йүнәлтә, көсөн һала. Үҙе лә тик ултырмай, башҡаларға ла тик ултырырға мөмкинлек бирмәй. Быйылғы йыл планын төҙөп, күптән инде шуға ярашлы эш башлаған.  

Ишмөхәмәт ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһын Миңһылыу Сәлимова етәкләй. Тынғыһыҙ ағинәй ул, тиҙәр уға ҡарата. Ысынлап та, бер-бер артлы төрлө саралар уҙғарыуға, тәрбиәүи эш алып барыуға бөтә иғтибарын йүнәлтә, көсөн һала. Үҙе лә тик ултырмай, башҡаларға ла тик ултырырға мөмкинлек бирмәй. Быйылғы йыл планын төҙөп, күптән инде шуға ярашлы эш башлаған. Ошо көндәрҙә ул 23 февраль - Ватанды һаҡлаусыларға ҡарата балалар менән сара үткәрҙе. Уларға Ватан һаҡсылары, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында мәғлүмәттәр бирҙе. Үҙ тыуған ауылында тыуып үҫкән, абруйы ир-егеттәрҙе өлгө итеп ҡуя.

Тынғыһыҙ ағинәй
Тынғыһыҙ ағинәй
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас