+5 °С
Ясно
Иртәгә Иҫке Сибай ауылында "Тай-тулаҡ" фестивале үтәсәк. Илүзә Йосопова етәкселегендәге Иҫке Сибай ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы был сараға үҙҙәренең тос өлөшөн индерә: сергетыш тектеләр. Иртәгә уларҙан махсус күргәҙмә ойошторасаҡтар.
Был эшкә Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре уҙған йылдан алып етди әҙерлек алып барҙы. Уның тарихын өйрәнделәр. Халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында эшләп килгән "Хазина" клубы етәксеһе Миңлегөл Килмәкова район "Ағинәйҙәр" йыйынында сергетыш тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән ине.