+20 °С
Облачно
Халҡыбыҙҙың кәсептәре борон-борондан күп булған. Уларҙың барыһы ла әкренләп тергеҙелә, нығытыла, киләсәк быуынға тапшырыла. Шуларҙың береһе - сергетыш тегеү. Илүзә Йосопова етәкселегендәге Иҫке Сибай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ҡорама, селтәр, ҡашмау, сарыҡ тегеүҙән тыш ошо көндәрҙә тағы ла бер мөбәрәк эшкә тотондо. Улар сергетыш тегә башланы.