+13 °С
Облачно
Ишмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре (рәйесе Минсылыу Сәлимова), Сосновка ауылы ағинәйҙәре (рәйесе Рәшиҙә Ракаева) тарафынан үткәрелгән сарала ҡатнашты. Кисәнең беренсе өлөшөндә сосновкалар "Бәпес тыуғанда" тип аталған халҡыбыҙҙың милли йолаһын күрһәтте. Артабан "Самауыр" байрамы үтте. Алдынғы механизатор, Социалистик Хеҙмәт геройы Риза Яхиндың улы Рәшит йыйылыусыларҙы атаһы тураһында мәғлүмәттәр баҫылған китап менән таныштырҙы һәм ҡомартҡы итеп, ишмөхәмәттэргэ бүләк итте.
Йыйын йыр - бейеү менән үрелеп барҙы. Мәҙәниәт йортонда ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙан бай күргәҙмә ойошторолдо. Ике ауыл ағинәйҙәре бергәләшеп сәй эсеп, уйындар ойоштороп, артабанда бергәләшеп саралар үткәрергә һөйләшеп таралышты.