+22 °С
Ясно
Баймаҡ районы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы сарыҡ тегеү буйынса конкурс иғлан иткән. Бөгөн ағинәйҙәрҙең һәр береһе ошо конкурсҡа ҡушылып, сарыҡ тегеү менән шөғөлләнә. Бына ниндәй матур беҙҙең ағинәйҙәр үҙҙәренең тегеп кейгән сарыҡтарында? Шулай бит?
Фотола Түбә ағинәйҙәре. Улар сарыҡтарын тарихи дөрөҫлөккә тап килтереп, етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләй. Халыҡ кәсептәрен өйрәнеү, таратыу буйынса етди эш алып бара. Ағинәйҙәр балаҫ һуға, быйма, кейеҙ баҫала, ҡорамыш ҡоралар, милли кейем һәм биҙәүестәр тегә. Афарин, ағинәйҙәр!