Сибай ҡалаһына ҡараған Төйәләҫ ҡасабаһында (етәксеһе Римма Ғәзимова ) ағинәйҙәр ойошмаһы яңыраҡ ҡына төҙөлгәйне. Кисә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Төйәләҫкә Баймаҡ районы ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипова һәм Иҫке Сибай ағинәйҙәре делегацияһы барҙы. Тула баҫыу, сарыҡ тегеү, буҙа эшләү, милли кейемдәр һәм биҙәүестәрҙәге хаталар өҫтөндә эш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Һуңынан "түңәрәк өҫтәл" артында фекер алышыу ҙа ойошторолдо .
Римма Ғәзимова тәңкә тишеү буйынса ла оҫталыҡ дәресе үткәрҙе:
- Бының өсөн махсус рәүештә өсөн дрель, ҡанат ( перо ), һ б кәрәк-яраҡ һатып алдым. Таҡтаһын үҙем эшләнем. Төрлө тәңкәләргә кәрәк саҡта йәһәт кенә тишектәр эшләп алам Хатта рәхәт!

Афарин, ағинәйҙәр!