Римма Ғәзимова — Төркмән ауылында иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе булды. Район һәм ауыл биләмәһендә ойошторолған төрлө йыйындарға күргәҙмәләр алып йөрөнө, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сибай ҡалаһында "Тәмле" милли аш-һыу конкурсында онотола барған милли ризыҡтар күргәҙмәһе әҙерләп, беренсе урын яуланы. Унда ла оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Милли күлдәктәр һәм биҙәүестәр оҫтаһы ла ул — ҡатын-ҡыҙҙарға милли кейем тегә, биҙәүестәр эшләргә өйрәтә. Төркмәндәр өсөн ойошторолған "Ҡорама ҡорау" төркөмөндә үҙенең тәжрибәһе менән бүлешеп тора. Президиум ултырыштарында ла әүҙем ҡатнаша.
Күптән түгел Римма Ғәзимованы Төйәләҫ ҡасабаһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе итеп һайланды. Әлеге ваҡытта ул ең һыҙғанып эшкә тотондо — "Төйәләҫ ағинәйҙәре мөйөшө" эшләтте. Иҫке Сибай ағинәйҙәре уҙғарған оҫталыҡ дәрестәренә барып, сарыҡ эшләү серҙәренә, тула баҫырға өйрәнә башланы.
Милли рухиәтле, сабыр, баҫалҡы, уңған һәм тырыш етәксегә уңыштар теләйбеҙ!
Баймаҡ районы ағинәйҙәренән өйрәнгән бай тәжрибәһен ҡулланып, емешле эшләп китеүенә ышанабыҙ !