+20 °С
Облачно
Мерәҫ ауылыны "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова баш итенән рулет тәҡдим итә.
"Баш итен оҙаҡ итеп кенә бешереп алдым. Һуңынан уларҙы оҙонса итеп ҡырҡып, бер-береһенең өҫтөнә һалдым. Һәр ҡатлам һайын өҫтөнә ҡара борос, һарымһаҡ һөртөп ышҡыным. Һуңынан уны тығыҙ итеп төрөп, өҫтөнә ауыр нәмә һалып, тәүҙә өйҙә тоттом, шунан һыуыҡ урынға ҡуйҙым", - ти оҫта хужабикә.
Ысынлап та, баш итенән әллә күпме деликатес эшләп була - тәмле лә, файҙалы ла.