Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
28 Января 2022, 03:25

Яҡты уйҙар көс бирә

Йортобоҙ - тән һәм йән йылыһы алыу ҡәлғәһе

Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр ҡояш кеүек балҡый, ә бәғзеләрҙең янында ла булыуы ҡыйын. Һуңғыларҙың янынан хатта йәнлектәр ҙә ҡаса. Барыһы ла кешенең ниндәй уйҙар менән йәшәүендә икән. Яҡты уйлы кешеләр үҙенең тыныс, гармониялы донъяһында йәшәй һәм улар насарлыҡтарҙы үҙ ерлегенә индермәй. Ә насар уйҙар менән йәшәүселәр өйҙәрендә бысраҡ аяҡ кейеме менән йөрөгән кеүектәр. Сөнки насар уйҙар йәнде лә, мейене лә ағыулай. Кеше ошо ҡараңғылыҡта йәшәп өйрәнеп, үҙе лә ҡарая башлай. Ул һәр саҡ тик проблемалар хаҡында уйлай, насарлыҡты ғына күрә. Ошонан кешелә стресс, депрессия, үҙенә ышанмау барлыҡҡа килә. Шуға күрә яҡты уйҙарға һәм хыялдарға өҫтөнлөк бирер кәрәк. Айырыуса донъя мәшәҡәттәрен өйөгөҙгә алып ҡайтмағыҙ. Тән һәм йән ялы ала торған ҡәлгәгеҙ һәр саҡ таҙа булһын. 

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Яҡты уйҙар көс бирә
Яҡты уйҙар көс бирә
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас