Йәмғиәт
18 Января 2022, 03:40

Түбә ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаларының йыйыны үтте

Тулыраҡ: 

Бөгөн Түбә ауылы Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһының йыйылышы үтте. Ойошма етәксеһе Мәҡсүтова Рәйлә Хәсән ҡыҙы үткән йылға йомғаҡ яһаны. Хакимиәт башлығы Әлфирә Самат ҡыҙы Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған "Ҡорама ҡорау " бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы ҡотлап грамоталар,  Башҡортостан "Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Йыйылыш аҙағында үтәсәк саралар тураһында әңгәмәләштек, 2022 йылға эш планы төҙөлдө.

Түбә ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаларының йыйыны үтте
Түбә ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаларының йыйыны үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас