Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
17 Января 2022, 12:11

Уларҙы - Йәрмөхәмәт ағинәйҙәре, тиҙәр!

Ярат ауыл биләмәһенең Йәрмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе Ғәйшә Мырҙабаева) — районда иң әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмаларың береһе.

Ярат ауыл биләмәһенең Йәрмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе Ғәйшә Мырҙабаева) — районда иң әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмаларың береһе.
Ағинәйҙәр ауылдың тын алышын белеп тора —- ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, балалар менән сәләмәт тормош алып барыу, ғаилә ҡиммәттәрен, милли йолаларҙы һаҡлау, ауылда клуб юҡ, бөтә сараларҙы ла ойоштороусылар. Шулай уҡ Яратта үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Милли йолаларҙы һаҡлап, башҡаларға өйрәтеп, республика һәм районда үткән форумдарҙа милли аш-һыу йолалары күргәҙмәһе әҙерләп алып барып, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, милли йолаларҙы тараталар.
Йәрмөхәмәттә эсеп йөрөгәндәр, аҫтан араҡы һатыусылар юҡ — уларға аяуһыҙ көрәш иғлан ителгән. Ғәйшә Мырҙабаева Ярат ауыл советы депутаты эшен дә һөҙөмтәле алып бара.
Йәрмөхәмәт ауылында тырыш, берҙәм, ойошҡан халыҡ йәшәй. Уларҙа тормош гөрләп тора, айыҡ тормош алып барыуҙары өлгө булып тора.

Гүзәл Монасипова, 

Баймаҡ районы "ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

Уларҙы - Йәрмөхәмәт ағинәйҙәре, тиҙәр!
Уларҙы - Йәрмөхәмәт ағинәйҙәре, тиҙәр!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас