Йәмғиәт
27 Декабря 2021, 04:00

Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәренең үҙ бүлмәһе булды

Ҡасандыр ташландыҡ булған бүлмәлә бөгөн башҡорт рухы менән һуғарылған мөхит хакимлыҡ итә. 

Илүзә Йосопова етәкселегендәге Иҫке Сибай "Ағинәйҙәре" ойошмаһының үҙ бүлмәле булды. Бында улар төҙөкләндереү эштәрен тамамлап, милли традицияларға таянып биҙәп тә алдылар.
Бер мөйөштә бөтә кәрәкле норматив-хоҡуҡи документтар тупланған. Ағинәйҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт, эш пландары ла урын алған. Стендтарҙа — милли кейем һәм биҙәүес өлгөләре, уларҙың тарихы яҡтыртыла. Урындыҡтары ла боронғоса биҙәлгән. Аҫалы балаҫ, урҙала — кейем-һалым эленгән, урындыҡ өҫтөндә — балаҫ, буй юрған, түшәктәр, сәңгелдәк тә бар. Һандыҡ өҫтөнә  ҡаралты өйөлгән. Өҫтәлдәрҙә милли баҫмалар, төрлө йәштәге балалар өсөн уйындар, китаптар өйөлгән. Милли биҙәүестәр — Бөрйән ырыуы ағинәйе селтәре, ҡашмау, хәситә, текә таҡыя, арҡыры яға (дәүәт), маңлайса һәм башҡалар һу урын алған.

Иҫке Сибай ағинәйҙәре башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса ғәйәт ҙур эштәр алып бара. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡ кейеме - сарыҡ тегеп кейҙе. Уларҙың тәжрибәһе "Ағинәйҙәр"ҙең президиум ултырышында өйрәнелде һәм йомғаҡланды. Үҙ бүлмәләрендә эшләнгән сарыҡтар күргәҙмәһе лә мауыҡтырғыс итеп биҙәлгән. Ҡыҫҡаһы, ағинәйҙәрҙең бүлмәһе күп функциялы. Бында бер ҙә генә икеләнмәйенсә төрлө кимәлдәге саралар уҙғарыу мөмкин.
Бөгөн Иҫке Сибай ағинәйҙәре Яңы Йыл алдынан эштәренә йомғаҡ яһаны, алдағы йылға бурыстар билдәләне.
Афарин, ағинәйҙәр!

Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәренең үҙ бүлмәһе булды
Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәренең үҙ бүлмәһе булды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас