+13 °С
Облачно
Баймаҡ районының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы иғлан иткән "Иң оҫта сарыҡ эшләү" конкурсына Таулыҡай ағинәйҙәре лә ҡушылды. Таулыҡайҙа үткәрелгән оҫталыҡ дәресендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли аяҡ кейеме - сарыҡ тарихы менән, тегелгән сарыҡ эшләү өлгөләре, сарыҡтың ҡуңысын бороу, табанын эшләү, биҙәктәрен тегеү өлгөләре менән ҙур ҡыҙыҡһыныу менән таныштылар.
Таулыҡайҙар һарыҡты күп үрсетә, көҙгө һарыҡ йөндәрен улар күптән әҙерләп ҡуйғандар ине. Хәҙер иһә улар бергәләшеп, сарыҡ әҙерләй башланы. Күрерһегеҙ әле бына беҙҙең Баймаҡ ағинәйҙәренең сарыҡтарын!Афарин, ағинәйҙәр!