Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
24 Декабря 2021, 11:35

Баймаҡ ағинәйҙәре бит улар!

-

Ярат ауылы биләмәһе "Ағинәйҙәр" ойошмаһының халыҡ кәсептәре, милли йола, ғөрөф—ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, өйрәнеү, таратыу, үҫеп килгән быуын һәм ауыл халҡы менән эҙмә-эҙлекле эшләү буйынса тәжрибәһе бөтә республика кимәлендә телевидениела, милли матбуғат биттәрендә электән даими яҡтыртылып бара. "Имен ғаилә", "Онотола барған милли аш-һыу төрҙәрен тергеҙеү", "Бөтә ауыл менән-милли кейем", "Бөтә мәктәп менән — милли кейем", "Ағинәй нәсихәттәре", "Ағинәйҙә ҡунаҡта" һәм башҡа проекттары биш йылға иҫәпләнгән. Әйтергә кәрәк, уларҙың барыһы ла бик уңышлы эшләп килә. Иң төп йүнәлештәрҙең береһе — халыҡ кәсептәрен тергеҙеү өҫтөндә эшләп, яраттар кейеҙ баҫыу кәсебен терелтте һәм таратты.
Быйыл яраттар районда беренсе булып сергетыш эшләнеләр, һарыҡ йөнөнән аяҡ кейемдәре баҫыу, ҡаҙ ҡанатын йолҡоу, ҡаҙ мамығынан мендәр эшләү  буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Ярат ауыл биләмәһендә "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ауыл хакимиәте, бөтә йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара килешеп, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәктәп менән бергәләшеп, социаль партнерҙар булып, ойошҡанлы эш алып бара.

Бына шундай ул Ярат ағинәйҙәр! Афарин!

Баймаҡ ағинәйҙәре бит улар!
Баймаҡ ағинәйҙәре бит улар!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас