+23 °С
Дождь
Баймаҡ районы ағинәйҙәре (етәксеһе Гүзәл Монасипова) Төркмән ауылы ҡатын - ҡыҙҙары өсөн социаль селтәрҙә "Ҡорама ҡорау серҙәре" тигән төркөм асты. Төркөмдә район ҡорамасылары ярышында Гран-При яулаған Хәҙисә Ҡотлоғужина онлайн оҫталыҡ-дәрестәре үткәрә. Хәҙисә Ғиззәт ҡыҙы - танылған ҡорама оҫтаһы. Ул Англияла, Германияла ҡорама ҡорау буйынса курстарҙа уҡыған. Сит ил ҡорама ҡорау оҫталары менән көн һайын аралашып, оҫталығын камиллаштыра. "Милли колоритта эшләнгән ҡорама — өй эсен шундай йәмләй, күңелде кинәндерә, кәйефтәрҙе күтәрә", - ти Хәҙисә Ҡотлоғужина.
Афарин, Баймаҡ ағинәйҙәре!