Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 21:00

Сарыҡ тегә Өмөтбай ағинәйҙәре

-

"Борон халҡыбыҙ ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән үҙҙәренә кейем теккән. Мал тиреләрен, ҡырағай хайуандарҙың тиреләрен, йөндәрен эшкәртеп, өҫ кейемдәре, башлыҡтар, аяҡ кейемдәре тегеп кейгән. Беҙ, Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре боронғоларҙың эшен тергеҙеп, киләсәк быуынға күрһәтеү маҡсатында, һарыҡ йөнөнән боронғоса сарыҡ тегергә булдыҡ. Өйрәтеүсебеҙ "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаһы Миңлегөл Кужахметова. Әле көҙгө һарыҡ йөнөн тетәбеҙ. Боронғоса, кис ултырып, эшебеҙҙе башланыҡ, тип хәбәр итте беҙгә Өмөтбай ауылының "Әүлиә" ағинәйҙәре рәйесе Әнүзә Мәжитова. Шулай итеп Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре лә районда иғлан ителгән "Сарыҡ тегеү" конкурсына ҡушылды.

Сарыҡ тегә Өмөтбай ағинәйҙәре
Сарыҡ тегә Өмөтбай ағинәйҙәре
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: