Редакцияға шылтыратҡан ағайҙың тауышы бик борсоулы ине.
“Һеҙҙең йәйәүлене тапап үлтергән кеше тураһындағы мәҡәләгеҙҙе уҡығайным. Бөгөн ул тағы хәтеремә төштө, сөнки иртәнсәк, һигеҙ тула ун биш минутта, үҙем бер йәйәүлене көскә күреп өлгөрҙөм. Йәйәүлеләр үткәүеленә яҡынлай башлағас, ғәҙәттәгесә тиҙлекте кәметтем. Был мин күреп өлгөрмәгән үҫмерҙе лә, мине лә ҡотҡарҙы. Бына ысынлап та бер нимә күренмәй! Малай ҡап-ҡара кейенгән. Ул юл аша сығып, яҡтылыҡ төшкән яҡҡа яҡынлағас уның курткаһы ла, салбары ла, аяҡ кейеме лә, рюкзагы ла ҡап-ҡара икәненә иғтибар иттем.
Ни өсөн йәйәүлеләр кейемдәренә яҡтылыҡ ҡайтарғысты ҡуймай? Ни өсөн мәктәп быны талап тимәй? Минең 40 йыл водитель стажым бар. Ә минең урында шәп килгән йәш кеше руль артында булһа, ул үҫмерҙе төкөр ине! Ә һеҙ барыһында ла водителдәрҙе ғәйепләйһегеҙ. Баймаҡта бөтөнләй ҡараңғы булған урамдар күп. Унда иртәнсәк тә, кис тә йөрөүе ҡурҡыныс. Сөнки йәйәүлеләр күренмәй! Хатта бала етәкләгән әсәләрҙең дә кейемендә бер ниндәй яҡтыртҡыс юҡ. Уларҙы һуңғы мәлдә генә күреп ҡалаһың. Ә шәп барған водитель туҡтап өлгөрә аламы? Иҫерек килеш руль артына ултырғандар ҙа йыш осрай бит. Улар был йәйәүлеләрҙе күрмәйәсәк тә, бәлки, төкөп киткәндәрен дә һиҙмәҫтәр әле.
Элек Баймаҡ юлдарына шлак һибәләр ине. Быйылғы ҡышта бер мәртәбә лә шлак һибелгәне юҡ бит. Тайғаҡ юл да үтә хәүефле. Күҙ алдына килтерегеҙ: тәгәрмәс аҫтында боҙ, юлда яҡтыртҡысы булмағанға күренмәгән йәйәүлеләр. Ә бер-бер хәл булһа, суд эскәмйәһенә водитель ултыра. Мәҡәләләр яҙғанда шул хаҡта ла онотмағыҙ”.
Ярһыу тауыш менән бар проблемаларын теҙгән ағай минең яуап биргәнде лә көтмәй, телефонды һалып та ҡуйҙы. Әлбиттә, юл проблемаларына ҡағылғанда мин йәйәүлеләр хаҡында ла яҙам. Яҡтылыҡ ҡайтарғыстар тураһында ла әйткәнем булды. Сөнки үҙем руль артындағы кеше булараҡ, йәйәүлеләрҙең күренмәүе арҡаһында бәләгә ҡала яҙыуымды ла бәйән иттем.
Мәктәптәргә килгәндә уҡытыусылар балаларҙың кейемдәрендә, сумкаларында яҡтылыҡ ҡайтарғыстарҙың булыуын контролдә тота. Тик уларға, айырыуса үҫмерҙәргә, бының ни тиклем мөһим булыуы һәр саҡ аңлашылып етмәй. Сөнки ата-әсәләрҙән балаларының өйҙән сыҡҡас та яҡтылыҡ ҡайтарғыстарҙы кеҫәһенә һалып алыуын йәки сумкаларынан ысҡындырыуын аптырап һөйләгәнен ишетәм. “Тағы ла яҡтылыҡ ҡайтарғысы юҡлығы арҡаһында иҫкәртеү алдым уҡытыусынан. Ҡараһам, сумкаһында ята. Нимәгә таҡмсауын һораһам: “Нимәгә ул”,-ти. Бына нисек аңлатырға уға?”-тип зарлана ата-әсәләр.
Ә, бәлки, эш “мәктәп ҡушыуҙан” ғына эшләүҙәндер? Ысын сәбәбен балаларға яҡшылап аңлатып еткерә алмайбыҙ, күрәһең.
Юлдарға быйыл шлак түгел, ә риагенттар һибелә башланы. Был хаҡта ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев оператив кәңәшмәлә лә хәбәр иткәйне.
Әлбиттә, һәр урам балҡып янып торһа, йәйәүлеләр кейеменә яҡтылыҡ ҡайтарғысты тағып, үҙ һуҡмағынан йөрөһә, ә водителдәр шәп тиҙлектә йөрөмәһә, күп фажиғәләр булмаҫ ине.
Гүзәл Иҫәнгилдина.