+13 °С
Облачно
Сәүд Ғәрәбстанының власть вәкилдәре илдә йыл да үткәрелгән дөйәләрҙең матурлыҡ конкурсына ҡырҡтан ашыу дөйәне индермәгән.
Эш шунда – был дөйәләрҙең тышҡы ҡиәфәтен матурайтыу өсөн хужалары ботокс, башҡа яһалма матурлыҡ сараһын күргән.
Дөйәләрҙең матурлыҡ конкурсы был илдә матур бер йолаға әүерелгән. Еңеүсе дөйәнең эйәһе 92 миллион доллар ала.
Әлбиттә, бындай аҡсаны алырға теләгәндәр күп һәм улар дөйәләрен матурлау өсөн ботокс ярҙамында хайуандарҙың ауыҙҙарын ҙурайтҡан, тиреһен тарттырған. Әммә конкурсҡа килгән һәр дөйә ныҡлап тишерелә.
Бына шундай ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа бар донъяла.
Гүзәл Салихова.