Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
15 Декабря 2021, 11:10

Ғәйеплеме Аҡһаҡал?

Иҫерек шофер руль артында, Тапаны Аҡһаҡалды, Ейәндәргә һатып алған Алмалар ятып ҡалды...

Шаңдау

Һаҡмар” гәзитенең 94-се һанында Гүзәл Иҫәнгилдинаның “Фажиғә урынында алмалар ғына ятып ҡалды” тип аталған мәҡәләһен уҡып сыҡ- ҡас, борсолоуҙан күҙҙәргә йәш килде, шуларҙы шиғырға һалдым. “Айыҡ ауыл” конкурсына ла ҡушылып яҙам.

Ғәйеплеме Аҡһаҡал?

Иҫерек шофер руль артында,

Тапаны Аҡһаҡалды,

Ейәндәргә һатып алған

Алмалар ятып ҡалды.

Аҡһаҡалдың ни ғәйебе?

Улдар, ейәндәр, әбей,

Ҡалдылар илап-һыҡтап,

Күңел бит шуға әрней.

Ә шофер һуң, уйландымы,

Боролоп туҡтанымы?

Юлланһаң, юлдарға ҡара,

Юлыңда кемдәр бара?!

Программаға ҡушылабыҙ,

Шайтан һыуына ҡаршы,

Маһаябыҙ, түш һуғабыҙ...

Айыҡ урам тапһаңсы?!

Юл фажиғәһе кәмемәй:

Беренсе сәбәп шунда,

Эскелектә томаланған

Рулде тотҡан шоферҙа.

Икенсеһе лә ошонда:

Эскән килеш йәйәүле,

Арҡыс-торҡос аушаңлап,

Юл кисәме, диңгеҙме?

Өсөнсө шул сәбәптә:

Яҡтыртҡыстар булмауҙа,

Ҡара кейем, ҡара төндә

Тыҡырыҡтан сыҡҡанда.

Дүртенсеһе ошолай тап:

Тиҙлектәрҙе арттырып,

Әллә рулдә бәйге тота,

Билбауҙарын тарттырып?

Бишенсеһен һанай китһәк,

Унда шайтан ҡотҡоһо—

Иғтибарһыҙ барыһы,

Йәше, ҡарты, олоһо.

...Үлергә сәғәт гел була,

Үлмәҫкә сәбәптәр бар,

Имандарға ҡайтыр өсөн

Аллаһ мәсеттәре бар!

Әхмәт Раҡаев.

Ишмөхәмәт ауылы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас