+15 °С
Ясно
Кисә Түбә мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге кабинет-музей асылды. Был сараның Башҡорт теле көнөндә үткәрелеүе һәм яҙыусының үҙе ҡатнашыуы бигерәк тә әһәмиәтле булды. Унда район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты. Фәнис Ғәбдрәшит улы яҡташ-яҙыусыға ихлас теләктәрен еткереп, тағы ла бейегерәк ижади уңыштар теләне.
Сарала әҙибәнең ауылдаштары, бер туған ағаһы ла йылы хәтирәләр менән уртаҡлашты. Осрашыуға "Таңсулпан сулпылары" конкурсы еңеүселәре лә саҡырылған ине. Йәш ижадсыларға халыҡ яҙыусыһы үҙ китаптарын бүләк итте. Ойошҡанлы, матур байрам ойошторған түбәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.