+11 °С
Ясно
Борон ҡыҙ баланы кейәүгә биреү өсөн бирнә әҙерләү бик иртә башланған. Уны туплауҙа ата-әсәнең яҡындары, күрше-күләне лә ҡатнашҡан. Ҡыҙ һандығын, нисек тә булһа, байыраҡ, еренә еткереп, йолаға тап килерлек итеп тултырырға тырышҡандар. Сөнки килен төшкәс "һандыҡ асыу" һәм "бирнә ҡарау" йолаларында килендең ҡул эше оҫталыҡтарын, йәшәү кимәлен һынағандар.
Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән "Ҡыҙ балаға бирнә әҙерләү" йолаһын күрһәткән видеояҙма тәҡдим итәбеҙ.