Таулыҡай ауылы ''Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы күптән түгел генә төҙөлдө (етәксеһе Гөлнур Дәүләкәнова). Уларҙа бөгөн "Ағинәйҙәр" ойошмаһы йыйыны үтте. Сарала Мерәҫ, Йәрмөхәмәт, Ярат ауылы ағинәйҙәре лә ҡатнашты . Түңәрәк өҫтәл артында "Кем ул ағинәй? Ағинәйлек бурыстары" тигән темаға фекер алышыу йәнле барҙы. Ағинәйҙәргә таныҡлыҡтар тапшырылды. Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетов, Таулыҡай ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәүҙәт Мөхәмәтйәров ағинәйлек бурысын үтәүҙә уңыштар теләне. Ярат ауылы имамы Мөхтәр Монасипов ағинәйҙәргә "Аҡһаҡал һүҙе" менән мөрәжәғәт итте. Баймаҡ районы ағинәйҙәре Президиумы ағзаһы Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашып, ағинәйҙәргә теләктәрен юлланы.
Шулай уҡ ултырышта норматив документтарға күҙәтеү яһалды. Таулыҡай ағинәйҙәре бүлмәһенең зауыҡ менән, милли традицияларға таянып йыһазландырыуы билдәләнелде.
Йыйындың икенсе өлөшөндә башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының боронғо милли кейеме - сарыҡ , милли биҙәүестәр, ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Шул тиклем ихлас, абруйлы, рухиәтле, милләтем, ауылым тип янып йәшәүсе Таулыҡай ағинәйҙәре менән аралашыуҙан кинәнес табып ҡайттыҡ.
Гүзәл Монасипова,
район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.