Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
8 Декабря 2021, 14:35

Үәт әй!

Балыҡтар ... иҫерек булған

Ҡытайҙағы бер күлдә балыҡтар үҙҙәрен сәйер тотоуы менән аптыратҡан. Балыҡтар ер урында ҡатып тора йәки әкрен генә унда-бында йөҙә. Аптыраған кешеләр ҡулдарын һыуға тығып, балыҡтарҙы өркөтөргә уйлаған. Тик балыҡтар ҡасмаған! Кешеләр уларҙы ҡул менән тота башлаған.

Балыҡтарға нимә булғанын тикшерә башлағандар. Һөҙөмтәлә балыҡтарҙың ... иҫерек булыуы асыҡланған. Дөгө шарабы әҙерләгән фабрикала янғын була һәм шарап күлгә ағып төшә. Һөҙөмтәлә бар балыҡтар иҫереп китә, ә ҡайһы берәүҙәре һәләк була. Хәҙер күлде таҙартыу эштәре башланған.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас