Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
8 Декабря 2021, 06:30

Пистолет һәм бысаҡ менән... мәктәпкә!

18 йәшлек егет уҡытыусыларынан үс алырға йыйынған.

Мәскәүҙә 18 йәшлек егет үҙе уҡып сыҡҡан мәктәптә теракт ойошторорға йыйынған. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге диуарында яҙған булған. ТАСС мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәғариф департаменты хеҙмәткәрҙәре "Бәйләнештә" социаль селтәренә мониторинг үткәргән ваҡытта шул хәбәргә барып эләгә. Улар шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә. Был егет пневматик пистолет, өс газ балоны һәм өс бысаҡ алып мәктәпкә юллана. Ҡапҡа аша түгел, ә ҡойма аша һикереп инә. Мәктәпкә үтеп ингән саҡта уны хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. "Уҡытыусылар мине һәр ваҡыт йәберләне, ситнәтте", - тип аңлатма бирә ул был ҡылығына. Был хәл буйынса тикшереү эштәре башланған.

Ҡайҙа бара был донъя?.. 

 

Сығанаҡ: www.tatpressa.ru

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас