“Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаларына ниндәй бурыстар һалынған? Уларҙың йәмғиәттә тотҡан урыны ҡайҙа? Пандемия осоронда ағинәйҙәр нисек эшләй? “Ағинәйҙәр” ойошмаһы президиумының сираттағы ултырышында ошо һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Бөгөн “Ағинәйҙәр” районда төп ойошмаларының береһе булып һанала. Урында бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Дөрөҫ, күптәр ағинәйҙәрҙе йырлап-бейеп кенә күңел аса, башҡа эштәре юҡ, ти. Был төптөн хата фекер. Ысынында ла ағинәйҙәрҙең өҫтөнә бик күп бурыстар һалынған. Тәүгеһе, әлбиттә, башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау, улар нигеҙендә киләсәк быуынды тәрбиәләү. Шул маҡсаттан улар бик күп осрашыуҙар, кисәләр ойоштора. Уларҙың һәр береһенең артында ағинәйҙәрҙең әллә күпме хеҙмәте, тырышлығы ята.
- “Ағинәйҙәр” ойошмаһы бөгөн ҙур эштәр алып бара, - тине уның рәйесе Гүзәл Монасипова. - Ләкин шуныһы – хеҙмәт бында түләнмәй, һәр кем күңел ҡушыуы буйынса эшләй. Күп осраҡта барлыҡ сығымды үҙебеҙ күтәрәбеҙ. Шунлыҡтан беҙҙең сафҡа атлығып тороусылар күп түгел. Илем, телем, халҡым, тип янып йәшәгәндәр һәм һыналғандар ғына ойошмаға килә.
Ысынлап та, ағинәйҙәрҙең эше халыҡ теле менән әйткәндә – тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Бөгөн улар биләмә башлыҡтарының уң ҡулы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Сөнки мәҙәниәт сараларын ойоштороу һәм ҡатнашыуҙан тыш улар тәрбиәүи сараларҙы ла алып бара. Билдәле, һуңғыһында үҙ эштәрен күрһәтеп, бар донъяға ҡысҡырып һөйләргә ярамағандары ла бар. Мәҫәлән, иҫерткес эсемлек менән саманан тыш мауығыусыларҙы мөмкин тиклем улар контролдә тоторға тырыша.
Ағинәйҙәр - “Һаҡмар” гәзитенең тоғро дуҫтары ла. Улар беренселәрҙән булып гәзитебеҙгә яҙыла һәм башҡаларҙы арттарынан эйәртә. Әлеге ваҡытта “Ағинәйҙәр” - “Һаҡмар” менән” тип аталған акция иғлан иткән. Күптәр уны күтәреп алды ла инде.
Ауыл биләмә башлыҡтарының тырышлығы арҡаһында ҡайһы бер ауылдарҙа ағинәйҙәрҙең үҙ бүлмәһе булдырылған. Булмағандарында һис юғында китапханаларҙа үҙ мөйөштәре бар. Уларҙа ойошманың эшен күрһәтелә. Пландары, уҙған саралары, норматив документтары урын ала. Шулай уҡ бүлмәләрҙә милли традициялары, халҡыбыҙҙың йолалары, кәсептәре сағылдырыла. Ошонда уҡ ағинәйҙәр бергә йыйылып оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәрен, биҙәүестәрен, аяҡ кейеме – сарыҡ тегәләр. Милли аш-һыу нескәлектәре өйрәнелә. Шуның менән илһөйәрлек, телһөйәрлек ҡиммәттәр нығытыла. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта “Иң яҡшы “Ағинәйҙәр” бүлмәһе (мөйөшө)” конкурсы ла иғлан ителгән.
Ә бөгөн иһә беҙҙең ағинәйҙәр араһында “Иң оҫта ҡорама ҡороусы” конкурсы бара. Һүҙ юҡ, улар араһында ҡорама ҡороп, матур итеп буй, арҡыры юрғандар, ултырғыс һәм диван ябыуҙары эшләүселәр бихисап. Конкурс иң-иңдәрен билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.
Шулай уҡ 14 декабрь – Башҡорт теле көнөнә ҡарата ағинәйҙәр араһҙында Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын һөйләү буйынса флешмоб иғлан ителгән.
Президиум ултырышында Иҫке Сибай “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Илүзә Йосопова сарыҡ эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың был аяҡ кейемен эшләү өсөн ағинәйҙәр айырым иғтибар бирә. Шуны иҫәпкә алып, киләһе йылда “Иң яҡшы сарыҡ эшләүсе “Ағинәйҙәр” ойошмаһы” конкурсы үткәрергә ҡарар ителде.
Президиум ултырышы ҡалалағы “Башҡорт китабы” магазинында уҙған ине. Уның хужабикәһе Яңылбикә Мирзина менән һатыусы Нәсимә Тимербулатова ағинәйҙәргә милли колоритта һуғарылған сауҙа нөктәһе менән таныштырып, бай мәғлүмәттәр бирҙе. Артабан ағинәйҙәр “Фантазия” теген ательеһына барып, елән тектереү өсөн үлсәмдәр ҡалдырҙы.
Лилиә ТАКАЕВА.