Йәмғиәт
5 Декабря 2021, 13:44

Күгиҙел ауылы халҡы "Һуғым һуйыу" йолаһын башҡарҙы

Бик матур изге йола - "Һуғым өмәһе" үтте. Зилә һәм Данил Сирусиндарҙың йортона өмәгә хужаның һәм хужабикәнең туғандары йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google

Эй,ҡыш етә, ҡыш етә,

Һуғым мәлдәре китә.

Һуғым һуйыу- ул йола,

Һуғым һуйып алмаһаң, 

Ҡыштар оҙон тойола.

Ҡаҙ өмәләре үтә,

Һуғым сиратын көтә,

Һалҡындар ятһын әле,

Боҙҙар ныҡ ҡатһын әле.

Йығалар йылҡы малын,

Беләләр шифа данын.

Лә ил-ла-ла иллаһы,

Һуғым- халҡым йолаһы.

Бик матур изге йола -Һуғым өмәһе үтте Күгиҙел ауылынан Зилә һәм Данил Сирусиндар йортонда. Өмәгә хужаның-хужабикәнең туғандары йыйылды. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырылған. Мал салыуҙың да үҙ тәртибе була, еренә еткереп үҙ эшен аҡтарып сыҡты еҙнәләре Ғәли Гилмитдин улы. Ағинәйҙәр етәксеһе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы менән ағинәй хужабикә Рәшиҙә Йәмлиха ҡыҙына иң яуаплы эш- ҡаҙы әҙерләү йөкмәтелде. Эштәрен матур,аңлайышлы итеп күрһәтеп, һуңынан күңелле итеп йырлап өмәгә дан йырланы улар.Халҡыбыҙҙың милли аштарын тергеҙеү һәм һаҡлау өҫтөндә эшләгән Күгиҙел ағинәйҙәре, әле эштәрен дауам итәсәк әле. Кисен һуғым һыйы уҙғарылды. Хужабикә өмәселәргә өлөш таратыу йолаһын күрһәтте. Киске ашҡа килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе.

Автор:Лилия Такаева