Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
30 Ноября 2021, 06:35

Уны милли рухлы ағинәй, тиҙәр

Моҡас ауыл биләмәһенең Төркмән ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Римма Ғәзимованы милли кейемдәр һәм биҙәүестәр оҫтаһы булараҡ беләләр.

Моҡас ауыл биләмәһенең Төркмән ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Римма Ғәзимованы милли кейемдәр һәм биҙәүестәр оҫтаһы булараҡ беләләр. Үҙенә генә түгел, ә ейәнсәрҙәренә, туғандарына, шулай уҡ Әхмәр һәм Төркмән ауылдарының фольклор ансамбле ағзаларына милли күлдәк, камзул да тегеп бирә. Ул шулай уҡ милли биҙәүестәр эшләү серҙәренә лә өйрәтә. Ул башҡаларҙан ихлас, асыҡ күңелле, баҫалҡы булыуы менән айырылып тора Римма Ғәзимова. Уның тағы бер яратҡан шөғөлө бар — онотола барған милли аш-һыу ризыҡтары төрҙәрен өйрәнеү, тергеҙеү һәм таратыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Уларҙы интернет селтәрҙәренә сығара һәм район ағинәйҙәре йыйындарында ла таныштыра.

Уны милли рухлы ағинәй, тиҙәр
Уны милли рухлы ағинәй, тиҙәр
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас