+25 °С
Облачно
Алғаҙы ауылы ағинәйе Ғәбиҙә Ҡормашева — Ҡунысбаеваның өйөндә милли музейы бар. Изге күңелле, бай телмәрле, асыҡ йөҙлө Ғәбиҙә Ҡормашева — Шүлкә ауылы ҡыҙы. Ғүмер буйы боронғо әйберҙәрҙе юғалтмай, үҙендә йыйып барған. Боронғо һандығында эсе тулы тарих... Балаларға балаҫ һуғып күрһәтә, боронғо тирмәндә талҡан эшләү серҙәрен һөйләй. Эш ҡоралдары, үтек, ураҡ...
Милли йолаларҙы һаҡлаусы, үҫеп килгән быуын менән бәйләнеш булдырыусы аҡ күңелле, ғәжәйеп ағинәй ул Ғәбиҙә Ҡормашева.