Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
27 Ноября 2021, 14:25

Ярат ағинәйҙәре мендәр тултыра

Бөгөн яраттар халҡыбыҙҙың йолаларының береһен тергеҙеп, мәҙәниәт йортонда "Милләт ҡото - йолаларҙа " - тип исемләнгән ҡаҙ мамығынан яҫтыҡ, мендәрҙәр тултырыу йолаһын үткәрҙе.

Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар,

Нигеҙендә ята йомартлыҡ.

Изгелекле - халҡым йолалары,

Алтындарҙан -алтын ҡомартҡы.

Һалҡын ҡыш етеү менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башлана. Ҡатын-ҡыҙҙар, күрше- күлән элек-электән бер-береһенә йөрөп ҡаҙ йолҡошҡан, уның мамығын эшкәрткән. Бөгөн яраттар ошо йолаларҙың береһен тергеҙеп, мәҙәниәт йортонда "Милләт ҡото - йолаларҙа " - тип исемләнгән ҡаҙ мамығынан яҫтыҡ, мендәрҙәр тултырыу йолаһын үткәрҙе. Оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары йәштәргә нисек итеп ҡауырһынды таҙаларға, мамыҡтың ниндәйен һайларға, мендәрҙе ҡайһы ҙурлыҡта эшләргә, уның сәләмәтлек өсөн файҙаһы, кәпрәндәрҙе дөрөҫ тегергә, ҡауырһындарҙың ҡалдыҡтарын изге теләктәр теләп һыу буйҙарына ағыҙырға кәрәк булыуын өйрәттеләр. Йәш ғаиләләргә иһә, өйләнешкәс, бер яҫтыҡта ятыу ғаиләнең ныҡлы һәм бер уйлы булыуы тураһындағы ырымдар барлығын Хәҙисә Мырҙаҡаева бик матур итеп аңлатты. Әлбиттә, бер йола ла йыр-бейеүһеҙ үтмәгән. Йола барышында төрлө ырымдарҙан тыш йырҙар ҙа башҡарылды.

Эйе, сәләмәт булыу өсөн тыныс йоҡлау файҙалы. Татлы йоҡо кешенең нервы күҙәнәктәрен тынысландыра, ғүмерен оҙонайта. Хәҙерге ваҡытта магазиндарҙа бик күп төрлө мендәрҙәр, яҫтыҡтар һатып алырға була. Ә шулай ҙа үҙ ҡулдарың менән изге теләктәр теләп, тултырылған мендәрҙәргә бер ниҙә етмәйҙер. Сәләмәт булайыҡтар, йоҡоларығыҙ татлы, тыныс булһын!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас