Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
22 Ноября 2021, 12:55

Йәмәғәт транспорты балалар өсөн бушлай булырмы?

Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүе ихтимал

РФ Дәүләт Думаһына 16 йәшкә тиклемге балаларға электричкала, автобуста, трамвайҙа һәм троллейбуста бушлай йөрөүгә рөхсәт биргән закон проекты тәҡдим ителгән. Һүҙ ҡала, ҡала-яны һәм ҡала-ара маршруттары хаҡында бара.

Әлегә ҡала һәм ҡала-яны транспортында - ете йәшкәсә, ҡала-ара маршрутында биш йәшкәсә балаларҙың ғына бындай мөмкинлеге бар.

Яңы документтың авторҙары, водителдәр һәм кондукторҙарҙың билет хаҡын түләй алмаған балаларҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырыу осрағы йыш булып тора, тип белдерә. Һыуыҡта, юл буйында төшөрөп ҡалдырылған баланың һаулығы һәм тормошона хәүеф янай, ти улар.

Шулай уҡ төбәк властарына был проблемаларҙы айырым бойороҡтар, социаль карталар һәм башҡа ысулдар менән хәл итергә тәҡдим ителә. Башланғыс авторҙары иһә быны нығытып ҡуйырға теләй.

Фото: yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас