Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
18 Ноября 2021, 13:40

5 миллион алам, тип...

Бының менән генә туҡтамай әле ул. Уға тиҙҙән 5 миллион һум килем аласаҡһың тигәстәр, ул “инвестициялау”ҙы дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Салауат ҡалаһынан 60 йәшлек ир кеше аферистарҙың сираттағы ҡорбаны булған. Был мутлыҡ 2021 йылдың июль айында башланған. Пенсионер телефонында уйнап ултырғанында реклама күреп ҡала. Унда йәнәһе дәүләт граждандарға артабан килем алыу өсөн энергия компанияһының акцияларын таратыуы тураһында хәбәр ителә. Был ир ышана һәм сайтта анкета тултыра.

Бер аҙнанан уға “компанияның менеджеры” шылтырата һәм акцияларҙы инвестициялауҙы тәҡдим итә. Тәүҙә пенсионер тәҡдимдән баш тарта, әммә аҙаҡтан “тоҙаҡ”ҡа эләгә (мутлашыусылар бик шәп өгөтләй белә шул). Шунан башлана ла инде: 230 мең һум, 70 мең һум, ике тапҡыр 150 мең һум аҡсаһын күсерә. Бер ай эсендә ул мутлашыусыларға 1,3 миллион һум аҡсаһын ебәрә. Бының менән генә туҡтамай әле ул. Уға тиҙҙән 5 миллион һум килем аласаҡһың тигәстәр, ул “инвестициялау”ҙы дауам итә. Өфөгә килеп, 2 миллион һум кредит ала. Шуның 400 мең һумын үҙен хеҙмәткәр тип таныштырған кешегә бирә. Ҡалған 1,5 миллион һумды төрлө иҫәптәргә күсерә һәм “комиссия” түләй. Ир йәмғеһе 3 миллион 116 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡас ҡына туҡтай. Бер ай вәғәҙә ителгән миллиондарҙы көтә лә, иҫәбенә бер тин дә килмәгәс, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.

Полиция ҙур күләмдәге мутлыҡ статьяһы буйынса енәйәт эше аса. Әле тикшереү эштәре бара.

Фото: yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева