+13 °С
Облачно
Иҫке Сибай ауыл биләмәһенең "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы (етәксеһе Илүзә Йосопова) боронғо милли аяҡ кейеме — сарыҡ тегеү буйынса әүҙем эш алып бара.
Йәйгеһен үҙҙәрендә уҙған район ағинәйҙәре йыйыныда сарыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелгәйне. Был башланғысты Иҫке Сибай ағинәйҙәре күтәреп алды .
Ойошма ағзалары сарыҡтарын эшләп бөттө инде. Улар хәҙер Моҡас, Күсей , Татлыбай ауыл биләмәләре ағинәйҙәре, урта мәктәп уҡыусылары, ауыл биләмәһе ҡатын - ҡыҙҙары өсөн сарыҡ бороу буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.