Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2021, 14:47

Хәлдәрегеҙ нисек, инәйҙәр?

Баймаҡ районы ағинәйҙәре, халҡыбыҙҙың күркәм тағы ла бер йолаһын тергеҙеп, Ололар көнөнә ҡарата “Хәлдәрегеҙ нисек, инәйҙәр?” тип аталған акция иғлан итте. Уға ярашлы ағинәйҙәр ауылдарында яңғыҙ йәшәгәндәрҙең хәл-әхүәлен белешергә бара.

Акцияны беренселәрҙән булып Ишмырҙа, Ярат, Өмөтбай, Төркмән, Үрге Яйыҡбай ауылдары ағинәйҙәре күтәреп алды. Уларға башҡалар ҙа ихлас ҡушылды.

- Халҡыбыҙҙың шундай матур йолаһы бар – хәл белешеү, - тине район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова. - Бөгөн телефон арҡаһында ул да онотолоп бара. Кешенең үҙен барып күреүгә бер ни етмәй. Бәлки, ул сәй ҙә эсә алмай ултыралыр, дарыу кәрәктер, һыу индерергә кәрәктер... Улар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп ултырыу ҙа улар өсөн оло ҡыуаныс. Хәтирәләре менән бүлешәләр, мөнәжәттәр әйтәләр.

Ҡыҙ туғаныңдың хәлен белеү – хаж ғәмәленә тиң, тиҙәр. Туғандарыбыҙҙың, туған булмаған ауылдаштарыбыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмайыҡ. Сәбәп табып та, сәбәпһеҙ ҙә осрашып торайыҡ. Хәйер был акцияға теләктәре булған һәр кем ҡушыла ала.

Хәлдәрегеҙ нисек, инәйҙәр?
Хәлдәрегеҙ нисек, инәйҙәр?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: