Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 15:14

Әбейҙәр сыуағына сыҡты Күгиҙел ағинәйҙәре

Көндәр матур, сағыу ваҡытта Күгиҙел ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары көҙгө тәбиғәткә, әбейҙәр сыуағына сыҡты. Барыһы ла илгә именлек, барлыҡ теләп ағастарға суҡ, таҫма бәйләнеләр. Сания апай Маннапова әбейҙәр сыуағында әйтелгән һамаҡлауҙы уҡып ишеттерҙе.Күҙҙәрҙе иркәләйГөлйемеш ҡыуағы...Алдата, шаяртаӘбейҙәр сыуағы.

Көндәр матур, сағыу ваҡытта Күгиҙел ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары көҙгө тәбиғәткә, әбейҙәр сыуағына сыҡты. Барыһы ла илгә именлек, барлыҡ теләп ағастарға суҡ, таҫма бәйләнеләр. Сания апай Маннапова әбейҙәр сыуағында әйтелгән һамаҡлауҙы уҡып ишеттерҙе.
Күҙҙәрҙе иркәләй
Гөлйемеш ҡыуағы...
Алдата, шаярта
Әбейҙәр сыуағы.

Нағышлай һауаны
Үрмәкес ауҙары...
Әбейҙәр сыуағы-
Йәйҙәрҙең дауамы.

Йәйҙәрҙең дауамы-
Тик инде йәй түгел.
Алдана ла ҡуя
Йылы көткән күңел.

Наҙлы ла,танһыҡ та
Әбейҙәр сыуағы.
Йәйғорҙай нур сәсә
Һәр ағас,ҡыуағы.

Ҡыҫҡа шул, бик ҡыҫҡа
Йәмле йәй ғүмере.
Алтын көҙ, ҡайҙарҙан
Был төҫтәр үреме?

Ҡайҙарҙан шул саҡлы
Саф төҫтәр әләме?..
Әбейҙәр сыуағы-
Аҡ ҡыштың сәләме.

Әбейҙәр сыуағына сыҡты Күгиҙел ағинәйҙәре
Әбейҙәр сыуағына сыҡты Күгиҙел ағинәйҙәре
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: