Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2021, 12:00

АҒИНӘЙҘӘР ГИМНЫ

Милләтемдең ырыҫ, ҡотон һаҡлапАғинәйҙәр сафҡа баҫтылар,Һәр ауылда усаҡ тоҡандырыпТирмәләрҙә ҡаҙан аҫтылар.Ағинәйҙәр рухты яңырталар.Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр,

АҒИНӘЙҘӘР ГИМНЫ
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Мәрйәм Солтанова көйө
Милләтемдең ырыҫ, ҡотон һаҡлап
Ағинәйҙәр сафҡа баҫтылар,
Һәр ауылда усаҡ тоҡандырып
Тирмәләрҙә ҡаҙан аҫтылар.
Ағинәйҙәр рухты яңырталар.
Аҡ күңелле сибәр ағинәйҙәр,
Ауыл күрке матур апайҙар,
Ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлап
Киләсәккә ҡарап атлайҙар.
Ағинәйҙәр алға әйҙәйҙәр.
Балҡыш һибеп тирә-яҡтарына
Ялҡынланып яна йөрәктәр,
Өмөттәргә ышаныстар ҡуя
Беҙ теләгән изге теләктәр,
Ағинәйҙәр фатихә бирәләр.
Сағыу, матур, милли кейемдәрҙә
Иман тулып балҡый йөҙөгөҙ,
Яҡты нурҙар сәсә күңелегеҙ,
Ауыл ҡото һеҙ бит үҙегеҙ,
Ағинәйҙәр -халҡым рухы һеҙ!

Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ

АҒИНӘЙҘӘР ГИМНЫ
АҒИНӘЙҘӘР ГИМНЫ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: