Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2021, 14:15

ИР ҠАЙҒЫҺЫ ИТӘКТӘ БУЛҺА ЛА...

Ҡатын иренең эшенә китте. “Кредиттарҙы түләмәйһеңме ни?! Минән талап итәләр бит”,-тине ул илап. “Ә ниңә мин уларҙы түләргә тейеш? Үҙең түлә. Мин бит йорт-мөлкәтте бүлеүҙе һорамайым. Өйҙә һин йәшәп ятаһың. Шулай булғас барыһы ла ғәҙел”.-тип ир боролоп та китте...

Ир ҡайғыһы итәктә

Ҡатын бошоноп ҡына өйөнә ҡайтып инде лә, диванға ултырҙы. Балалары ҡайтмаған әле. Бәхетһеҙлегенең шаһиттары булмауын күреп, ҡатын күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Улар даръялай туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты.

Бәхетле генә йәшәп кенә ятҡан ҡатындың тормошо бер мәл эсендә селпәрәмә килде. Ире ташлап китте уларҙы. Үҙенән күпкә йәш ҡатынды әүрәп донъяһын оноттто, балаларын да һанламай башланы. Тәүҙә ҡатын ире аҡылына килер, ҡайтыр, тип ышанды. Тик ул үҙҙәре тураһында бөтөнләй онотҡас, эшенә барҙы. Ялбарҙы, иланы, инәлде... Ире уға екһенеү менән ҡарап, этеп үк ебәрҙе. Илай-илай ҡайтты ул. Уңалмаҫ яраларына күнегеп йәшәй генә башлағайны, банктан хат килеп төштө. Унда: “Тиҙ арала кредит буйынса бурысығыҙҙы түләгеҙ”,-тигән яҙыуҙы күреп бер нимә лә аңламаны. Унан ире менә йәшәгән саҡта ике кредит алыуҙарын иҫләне. Икеһен дә уның исеменә алдылар. Тик ул аҡса иренә иномарка һатып алыуға китте бит! Ул балаларының атаһына шылтырата башланы. Ул тәүҙә телефонын алманы, унан бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы. Ҡатын иренең эшенә китте. “Кредиттарҙы түләмәйһеңме ни?! Минән талап итәләр бит”,-тине ул илап. “Ә ниңә мин уларҙы түләргә тейеш? Үҙең түлә. Мин бит йорт-мөлкәтте бүлеүҙе һорамайым. Өйҙә һин йәшәп ятаһың. Шулай булғас барыһы ла ғәҙел”.-тип ир боролоп та китте.

Ҡатын ирекһеҙҙән йәш сағын хәтеренә төшөрҙө. Баҫалҡы, эшлекле, үтә һылыу ҡыҙ ине ул. Бала саҡтан бер парта артында ултырған малай егет ҡорона инеп тәҡдим яһаны. Үҙе кеүек эшлекле, аҡыллы, баҫалҡы булған күршеһенә ризалыҡ бирҙа. Ата-әсәләр бик шат булды. Бер-береһен күптән беләләр, яҡын туғандай ярҙамлашып, ҡатнашып йәшәйҙәр. Тик янып торған, таҫма тел ошо ире әллә ҡайҙан барлыҡҡа килде бит. Ҡыҙҙың башын әйләндереп, уны үҙенеке итеп тә ҡуйҙы. Күрше егет һөйгәнен юғалтыуҙан ситкә сығып китте. Хәҙер ҡайтҡан тыуған яҡтарына, ана ниндәй ике ҡатлы йортта бәхетле генә йәшәп ята. Кәләше бер ҡайҙа ла эшләмәй, ҡурсаҡ кеүек кенә йөрөй. Эх, ҡайҙа йығылырымды белһәм, түшәк түшәп ҡуйыр инем, тейҙәрме әле...

Банктан шылтыратыуҙар туҡтаманы. Ҡатынды етәксеһе саҡыртып алып: “Һеҙ беҙҙең ойошмаға тап төшөрәһегеҙ. Ни өсөн мин ваҡытымды әрәм итеп һеҙ алған кредит өсөн банк менән аңлашырға тейеш?!”-тип әрләп сығарҙы. Ҡатын үҙен аҡлап, һөйләй генә башлағайны, ир етәксе ҡул ғына һелтәне. Йәнәһе, үҙ проблемағыҙҙы, үҙегеҙ хәл итегеҙ.

Ҡатын дивандан тороп аш бүлмәһенә ашыҡты. Балаларына ниҙер әҙерләр кәрәк бит. Тағы шул картуф ҡурыр инде. Ике ҡыҙы ла әсәһенең хәлен аңлай. Көн дә бешерелгән картуфтан ялҡһалар ҙа, өндәшмәйҙәр. Балаларын көтөп ултырған ҡатын “Бәйләнештә” селтәрендә бер иғланды күреп ҡалды. “Бер сәғәт эсендә минең бар проблемаларым хәл ителде. Рәхмәт һеҙгә! Был аҡса миңә операцияға кәрәк ине”,-тип яҙылған ине унда. Ҡатын ҡыҙыҡһыныу менән был битләүектәге мәғлүмәтте уҡый башланы. Кешеләрҙең рәхмәттәре, үҙҙәренә күсерелгән аҡсаның иҫәбе ҡуйылған. Ҡатын түҙмәй ул кешегә: “Һеҙҙең аша шулай еңел генә аҡса эшләп буламы?” -тигән смс-хәбәр ебәрҙе. Шунда уҡ яуап килде. “Эйе, иғтибар менән уҡығыҙ. Унда бит кешеләргә банк аша күсерелгән аҡсаның иҫәптәре күрһәтелгән”. Ҡатын бер килке уйланып ултырҙы ла: “Бының өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?”-тип яҙҙы. Яуапта: “Һеҙ киви-кошелек аша миңә мең ярым һум аҡса ебәрәһегеҙ, бер сәғәттән ул һеҙгә 50 мең һум булып әйләнеп ҡайтасаҡ”.

Ҡатын киви-кошелек нимә булыуын аптырап һорап яҙҙы. Барыһын да аңлатҡан, хатта ул кошелекты нисек асырға өйрәткән яуап килде. Ҡатын кредит түләргә тип һалып ҡуйған 3 мең һум аҡсаһы барлығын иҫенә төшөрөп ҡыуанып китте. “Хәҙер 50 мең һум аҡса эшләһәм, кредитты ла түләйем, ҡыҙҙарҙың аяғына ла, аҙыҡ-түлек тә һатып алам”,-тип шатланды ул. Киви-кошелек тип ҡыҙыҡ атама алған нәмә аша эш итеүе бер ҙә ҡыйын түгел икән. Мең ярым аҡсаһын күсерҙе лә көтә башланы. Үҙе теге аҡса эшләү битләүегенән сыҡманы. Ә унда аҡса алыусыларҙан рәхмәттәр яуа ғына! “Мин дә яҙырмын рәхмәт һүҙҙәрен, хатта шиғыр менән”,-тип уйланы ул. Бер сәғәт үтте – яуап юҡ. Ҡатын рәхмәт яуҙырыусыларҙың күп булыуын күреп, сират ҙурҙыр тип уйланы. Шулай ҙа ике сәғәт ваҡыт үткәс: “Миңә һаман аҡса күсмәй”,-тип яҙып ебәрҙе. Тиҙҙән яуап килде: “Кешеләр күп. Әҙерәк көтөгөҙ. Һеҙҙән аҡса һуңыраҡ күсте бит. Көткән арала әллә тағы мең ярым һум аҡса күсерәһәгеҙме? Ул осраҡта беҙ һеҙгә 100 мең һум ебәрәсәкбеҙ. Банктағы сиратығыҙ ҙа етә, аҡса ла күберәк буласаҡ. Нисек уйлайһығыҙ? Беҙҙә 500 мең һум аҡса алыусылар бар”.

Ҡатын уйланып алды ла, риза булды. Тағы әҙерәк көтөр, уның ҡарауы - 100 мең һум! Ул үҙен ире алдынан нисек эре генә үтеп китәсәген дә күҙ алдына килтерҙе. Йәһәтләп тағы мең ярым һум аҡсаһын кивиға һалып, теге кешегә күсерҙе. Балаларын йоҡларға һалып, үҙе лә ойоп киткән. Ырғып торһа, ете төн уртаһы. Шунда уҡ телефонын ҡараны. Аҡса күсмәгән! Нисек инде улай?! “Бәйләнештә” селтәренә инеп теге битләүекте ҡараны. Ул кеше һаман “онлайн” ултыра. “Ҡайҙа минең аҡса?”-тип яҙҙы. Яуап юҡ. Бер-бер артлы яҙа башлағайны, уны блокировать итеп тә ҡуйҙылар. Шунда ғына ҡатын үҙенең алданғанын аңланы. Иҙәнгә ятып, сеңләп-сеңләп иланы ул. Иртәгә кредит түләргә, ә ул балаларының ауыҙынан өҙөп йыйған аҡсаһын бурҙарға үҙе бирҙе! Үҙе!..

Тинләп йыйылған аҡса ... осто

Был пирамида түгел! Һиңә күпме аңлатырға була, апай? Бына мин теге аҙнала ғына 500 мең һум аҡса алдым. Уны артабан эшкә ебәрҙем. Киләһе табышым – миллионды тәшкил итәсәк”.

Өлкән йәштәге ҡатын ҙур ҡалала йәшәгән һеңлеһенә аптырап ҡараны. Бында 10 мең һум аҡса ҙур байлыҡ, ул миллион тураһында һөйләй. Йыйып ятҡан аҡсаһы бар ул. Кинйәкәү улы армияла, шуға йыя. Өлкәндәре урынлашып бөткән. Улының яратҡан ҡыҙы ла бар. Әрменән ҡайтыу менән өйләнешергә уйлайҙар. Әсә кеше уларға ипотека менән фатир алыуға аҡса йыя. “Тәүге взносығыҙ ни тиклем күп була, шул тиклем процентты әҙ түләйәсәкһегеҙ”,-тин банктағы ҡыҙ аңлатып. Шуға күрә әсә кеше һәр һумды ғына түгел, ә тиндәрҙе лә һанап, йыйып бара.

Һеңлеһе лә был хаҡта бик яҡшы белә. “Хәҙер күпме йыйылды һуң аҡсаң?”,-тине ул. “Өс йөҙ мең тирәһе”. “Һуң шул аҡсаны эшкә ебәреп, күбәйтеп, улың ҡайтыуға ипотеканың яртыһын йыйып ҡуйһаң, яҡшыраҡ булмаймы ни?”-тине аптыранған тауышы менән һеңлеһе.

Сәй эскән арала ла апаһын өгөтләүҙе туҡтаманы. Уның: “Һиңә бит башҡалар кеүек ошо эш менән шөғөлләнеүселәрҙе эҙләп йөрөргә лә кәрәкмәй. Мин үҙем өйөңә килеп ултырам”,-тигән һүҙҙәре инәйҙе ышандырып та ҡуйҙы.

Ул 290 мең һум аҡсаһын йәшергән урынына сығарып, һеңлеһенә һондо. Расписка алыу тигән уй башына ла килмәне, шикелле. Һеңлеһе: “Бына бер айҙан һиңә был аҡса 500 мең һум булып ҡайтасаҡ”,-тине.

Ошонан һуң туғаны оҙаҡ бәйләнешкә инмәне. Әбей хәүефләнә генә башлағайны, һеңлеһе күстәнәстәр тейәп килеп төштө. Үҙе яңы машинаға ултырып алған. “Бына, күрәһеңме, эшемдең һөҙөмтәһен. Яңы машина алырға етте. Кредитһыҙ!”-тине ул. Апаһы үҙенең аҡсаһы тураһында һүҙ сығарғас: “Бер ай өс көндән тула бит, алырһың. Әммә мин һиңә икенсе тәҡдим менән килдем. Хәҙер беҙ эште әҙерәк төрлөләндереп ебәрҙек. Мөмкинселектәребеҙ ҙә күбәйҙе. Тағы 100 мең һум аҡса өҫтәп, бер ай самаһы көтһәң – миллион һум тирәһе алып бирә аласаҡмын һиңә. Туғандарса, әлбиттә”,-тине.

Инәй артына ултыра төшә яҙҙы. Миллион һум! Әллә быныһын алырға ла, туҡтарғамы? Юҡ, улына ҡайтырға тағы дүрт ай бар. Өлгөрә бит! Тик аҡсаны ҡайҙан алырға? Һеңлеһе: “Һуң пенсионерҙарға хәҙер бөтә ерҙә лә кредит бирәләр бит. Бар ҙа ал”,-тине. Инәй йәһәтләп барып кредитҡа заявка бирҙе. Уныһын төштән һуң биреп тә ҡуйҙылар. Һеңлеһе аҡсаны алып, яңы машинаһына ултырып, елдереп ҡайтып китте. Инәй ул ҡуҙғалып киткәс кенә: “Эй, хыялый, нимәгә аҡсаны үҙенән һорап торманым. Моғайын, 100 мең һум аҡсаһы барҙыр. Миллионлап эшләйем тей бит”,-тип уйлап ҡуйҙы.

Пенсия алғас, инәй бошоноп ҡына уның яртыһын кредиты өсөн барып түләне. Ә быға тиклем бит ул йыйып һалып бара ине. Ярай, тиҙҙән күп аҡсалы булғас, кредитын ҡаплап ҡуйыр. Тик бер ай түгел, ике ай үткәс тә һеңлеһе күренмәне лә, ишетелмәне лә. Аптыранған инәй шылтыратып ҡараны. Тик телефоны һәр саҡ: “Вне зоны действия”-тип тик торҙо. Туғандары аша эҙләтә башлағайны, һеңлеһенең сит илдә булыуын белде. “Ҡайтҡас бирер, онотҡандыр”,-тип аҡларға маташты уны әбекәй. Тик тағы бер нисә ай үтеп, улы ла ҡайтып төштө, ә һеңлеһе һыуға батҡандай юҡ булды. Әсәһенең үҙенә тип аҡса йыйып барғанын белгән улы: “Әсәй, туй үткәрергә ине”,-тине. Инәй шул саҡта ғына барыһын да илай-илай һөйләп бирҙе. Улы: “Һуң берәй ҡағыҙ яҙҙыртып алдыңмы һуң?”-тип аптырап һораны. “Юҡ”,-тип иланы алданғанын белгән инәй. Бер айҙан һеңлеһенә саҡ шылтарата алды. Уныһы: “Ни эшләп алдайым мин һине?! Үҙемде алданылар бит! Шуға күрә һиңә аҡсаңды ҡайтара алмайым!”-телефонын һүндереп ҡуйҙы.

Тишек кәмәгә ултыртҡан

Илле биш кешене еңел генә алдай алған йәш иргә аптырап ҡараған бер мин генә булмағанмындыр. Утыҙы ла тулмаған, ҡураныс ҡына егеттең ҡатыны, сабый балаһы бар икән. Ул 2015 йылда аҡса эшләүҙең еңел юлын табып ала. “Имтихандар тапшырып, водитель таныҡлығын алырға ярҙам итә алам”,-тип хәбәр тарата ул үҙе тураһында. Әйткәндәй, бынан алда ла ул мутлыҡ ҡылғаны өсөн хөкөм ителеп, шартлы яза ала. Водитель таныҡлығын ала алмай йөрөгән кешеләрҙән уға сират теҙелмәһә, ҡапҡанға эләгеүселәр табылып ҡына тора. Енәйәтсенең башы эшләй, ул аҡсаны бер ҡасан да үҙенең банк карточкаһына күсертмәй. Туғандарына йә таныштарына: бөгөн миңә аҡса күсерергә тейештәр, һинең карточкаңа һалһындармы? Минеке блокировать ителгән”,-тип алдай.

Йор, матур телле, кешене ышандыра белгән егеткә барыһы ла ышана. Кемдәндер 50, икенселәрҙән 40, бәғҙеләрҙән 25, 30 мең һум аҡса ала ул. Ә бер кешенең: “Ярҙам ғына ит, бөгөн аҡсам юҡ, иртәгә күсерермен”,-тиеүенә, уның ... еңел машинаһын һорап ала. Һәм юҡҡа сыға. Дүрт йыл дауамында Урал аръяғы райондарында эш иткән был ир тотолоп, хөкөм ителеп, төрмәгә оҙатылды.

Көн һайын тиерлек халыҡтың алданып, хәләл аҡсаһынан яҙыуын ишетергә тура килә. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә иң күбе интернет аша алдана. “Был бит минең һуңғы аҡсам ине, кредиттарҙы түләй алмайым”,-тип илаған кешеләрҙе нисек йыуатырға ла белмәйһең.

Алдыҡ юл менән халыҡты талаған кешеләр, иртәме-һуңмы, язаһын алыр. Яуызлыҡ өсөн барыбер яуап тоторға тура килә ул. Ә бына алданмаҫ өсөн һаҡ булырға, татлы телдәрҙе тыңламаҫҡа кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ситтәргә түгел, туғаныңа ла ышанмаған ҡурҡыныс заманда йәшәгәнеңә йөрәк өшөп китә...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: