Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь , 16:50

ҮГӘЙ ӘСӘ (БУЛҒАН ХӘЛ)

"...Балабыҙ булмағанға Өлфәт ағайың да, мин дә бик көйөндөк. Ирем детдомдан берәйһен алайыҡ тиһә лә, үҙ баламдан баш тартҡан бәндә кешенекен ҡарай, яҡын итә алмаҫмын, тип ризалашманым. Ә һин онотҡанда бер генә иҫкә төшә  инең. Өләсәйең: «Миңә яҡты донъя менән хушлашырға күп ҡалманы, ейәнсәремде ҡалдырырға башҡа кешем юҡ, уны үкһеҙ йәтим итмә, килеп ал», - тип хат яҙып ебәргәс, тәүҙә теләһә нишләһендәр тиеберәк уйлап ҡуйғайным да, аҙаҡ ни тиһәң дә үҙ ҡаным бит тип һине барып алырға булдым. Әлбиттә, Өлфәт һинең минең ҡыҙым икәнде белмәй һәм белмәүе хәйерлерәктер ҙә, тип уйлайым. Өләсәйеңдең үлемен хәбәр иткән уҡытыусы апайыңды ла был турала нығытып ҡуйҙым..."

Гимназияның һуңғы  класында уҡыған малайым крайҙы өйрәнеү буйынса фәнни-тикшеренеү эше эшләп Мәскәүҙә үткәрелгән конкурсҡа ебәргәйне. Күпмелер ваҡыт үткәс, уның эше жюри тарафынан һәйбәт баһаланыуын һәм малайымдың конкурстың финал турында ҡатнашыу хоҡуғын яулауын хәбәр итеп, саҡырыу ҡағыҙы ла килде. Көнө килеп еткәс, етәксеһе менән улымды машинама ултыртып, Өфө аэропортына алып киттем.

 

Самолетҡа ултырырға байтаҡ ҡына ваҡыт бар ине, асыҡтырыбыраҡ та киткәс, аэропорттың кафеһына инеп, ҡапҡылап сығырға булдыҡ. Өҫтәл артына урынлашыу менән тирә-яҡҡа күҙ ташланым. Шунда йәнәшәрәк ултырған тәү ҡарауға йәш кенә тип әйтерлек бер ҡатын йылмая биреп минең менән баш ҡағып иҫәнләшә һалды һәм ҡаршыһында ултырған сәсе салланған иргә ҡарап ниҙер шыбырҙап алды. Уныһы ла миңә табан боролоп, башын һелкеп алған булды. Яндарындағы төҫ-башы менән ҡатынға тартым торған 15 йәштәр самаһындағы ҡыҙыҡай ҙа беҙҙең яҡҡа күҙ ташлап алғыланы. Йөҙҙәре таныш һымаҡ тойолһа ла, кемдәр икәнен иҫләмәнем уларҙың, ишембайҙарҙыр, күрәһең, бәләкәй ҡалала һәр береһен тип әйтерлек йөҙгә таныйһың, тип уйлап ҡуйҙым.

Ҡатын да үҙенекеләрен Мәскәүгә оҙатырға килгән булып сыҡты. Самолет һауаға күтәрелеү менән ул шунда уҡ яныма килде.

  • Һаумыһығыҙ, ағай, һеҙ Ишембайҙағы беҙҙең гәзиттә эшләйһегеҙ бит әле, машина менәнме, ҡайтмайһығыҙмы? – тип һорай һалды ул ҡабат иҫәнләшеп.

Мин хәҙер ҡуҙғалырға ниәтләүемде әйткәс, ҡатын шатланып:

  • Бына йәтеш булды әле, әтү автобусҡа тиклем өс сәғәттән артыҡ ваҡыт бар, - тине һәм тартына биреп әйтеп ҡуйҙы. – Әгәр рөхсәт итһәгеҙ…
  • - Рөхсәт, рөхсәт, - тип уны машинам янына алып киттем.

Ҡуҙғалып китеп бер аҙ барғас:

  • Кемдәрҙе оҙаттығыҙ? – тип һорап ҡуйҙым.

Ул:

  • Ирем менән үгәй ҡыҙымды, - тигәс аптырабыраҡ ҡатынға боролоп ҡараным. Сөнки үгәй ҡыҙым тигәне үҙенә бик оҡшағайны, ә ире ҡатындан күпкә өлкән күренгәйне.
  • Уның менән арабыҙ егерме ике йәш, - тине ул минең уйымды аңлағандай.
  • Үгәй ҡыҙыбыҙ һуйған да ҡаплаған үҙегеҙ инде, - тим ҡатынға.

Ул бер аҙ шым барғас:

  • Бәлки, үҙемдекелер ҙә, - тип сәйер генә итеп әйтеп ҡуйҙы.

Уның был һүҙҙәре ҡыҙыҡһыныуымды оторо  ҡотортоп ебәрҙе.

  • Нисек инде ул? – тип һорай һалдым.
  • Шулай… Яҙмышым бик ҡатмарлы минең… Әйткәндәй, исемем Әминә була, таныштырманым шикелле, - тине лә ҡатын шымып ҡалды.

Әминәнең ҡатмарлы тигән яҙмышы хаҡында бәйән итергә бер ҙә иҫәбе юҡ ине, шулай ҙа яйын табып һөйләттем мин унан. Тәүҙә туҡтала биреп, аҙаҡ хискә бирелеп китеп ҡыҙып-ҡыҙып теҙгән хикәйәте түбәндәгеләрҙән ғибәрәт ине ҡатындың:

  • Мин ҡалала тыуһам да, донъяға килеүемдең тәүге көндәренән үк ауыл ҡыҙына әйләнгәнмен. Мине тәрбиәләп үҫтергән өләсәйемдең һөйләүенә ҡарағанда, уның берҙән-бер балаһы булған атайым ауылда 8-се класты тамамлап, педучилищеға уҡырға инә. Шунда бер ҡыҙ менән таныша. Уҡып бөткәс уға өйләнергә иҫәп тота. Атайым педучилищеһын тамамлаған осорҙа ғына мин донъяға киләм, әммә бәпесләгәс тә әсәйем үлеп китә һәм өләсәйем менән атайым бала тыуҙырыу йортонан мине килеп ала. Шулай итеп ғүмеремдең тәүге көндәренән үк бик рәхимле булмаған яҙмышҡа дусар ителгәнмен.

Өләсәйемдең әсәй ҙә, өләсәй ҙә булып йылы ҡосағына һыйындырып ҡына үҫтереүе әсәйемде бөтөнләй күреп белмәү һәм уның наҙын татып ҡарамау юҡлығын бик һиҙҙермәне.

Үҫә төшкәс кенә башҡа ҡыҙҙарҙыҡы кеүек минең дә тағы бер яҡын кешем булмауға бошонғолап ала инем.

Атайым да минең өсөн өҙөлөп торҙо. Һәр саҡ иркәләп, йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Ул ҡабат өйләнмәне. Шул мин тип, үгәйлектең касафатын тоймаһын тип, ғүмерен буйҙаҡ килеш үткәргәндер инде бахырҡай.  Миңә ун өс йәш тулғанда инфарктан ҡапыл ғына үлде атайым. Уны ерләгәс өләсәйем дә бик тиҙ биреште. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә гел янына ултыртып, ҡосаҡлап алып: «Бер яңғыҙыңды кемдәр ҡулына ҡалдырып китәйем инде, исмаһам яҡын ғына туғандарыбыҙ ҙа юҡ бит», - тип илап ала ине. Уның күҙ йәштәрен күреп, мин дә иларға тотонам. Өләсәйем янымда мәңге йәшәр кеүек, унһыҙ артабанғы тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмай инем.

Атайымдан һуң ике йыл йәшәп  гүр эйәһе булды өләсәйем. Үлер алдынан күршелә йәшәгән уҡытыусы апайҙы саҡырттырып керетеп, әйтеп тороп, кемгәлер хат яҙҙыртҡайны. Миңә ишеттермәй әйткәс унда ниҙәр яҙылғанын белмәнем. Хатты почта йәшнигенә илтеп һалырға ҡушҡанда өләсәйем: «Ҡалала сыбыҡ осо ғына беҙгә туған тейешле Валя апайым йәшәй. Миңә ул-был була ҡалһа, һине тәрбиәгә, бәлки, ул алыр» , - тигәйне.

Өләсәйһеҙ ҙә ҡалғас, минең өсөн бөтә донъя емерелеп төшкән һымаҡ тойолдо. Шунда үҙемде ныҡлы етем итеп тойҙом, шунда беренсе тапҡыр хет әсәйем дә юҡ бит, тип ныҡлап һыҙландым.

Өләсәйемдең етеһен уҡытҡан көндө «Волга» машинаһында ире менән Валя апай килеп төштө. Бик ыҫпай кейенеп, килешле итеп биҙәнгән был апайҙы исеменә ҡарап мәрйәлер тип уйлаһам, ул башҡорт булып сыҡты. Шулай ҙа күберәк урыҫ һүҙҙәре ҡыҫтырып һөйләшә ине. Ул мине күреү менән, ҡарашын бөтә күҙәнәктәремә үткәреп, ентекләп тикшереп сыҡты. Аҙаҡ, яныма килеп, ҡосаҡлап алып яратҡан булды. Үҙен Өлфәт тип таныштырған ире бик алсаҡ, теремек кеше ине. Ул йүгереп йөрөп өйҙө лә, ихатаны ла ҡарап сыҡты ла:

Ултырған урындары бик матур. Был өйҙө әҙерәк рәтләп алып, дача итергә лә була, - тип устарын-усҡа ышҡып алды.

Валя апай ҙа:

Шулай икән шул, - тип ҡуйҙы.

Өләсәйемдең етеһен уҡытырға әбейҙәрҙе уҡытыусы апай үҙенә йыйған ине.

Әбейҙәрҙән һуң табыным да йыйылмаған, әйҙәгеҙ, ашап сығығыҙ, - тип ҡунаҡтар менән мине үҙҙәренә саҡырҙы.

Табын артында ултырғанда уҡ Валя апай мине үҙе менән алып китәсәген һәм һөнәрселек училищеһына уҡырға бирәсәген әйтте.

Һеҙҙең килерегеҙҙе белгәс, документтарын да хәстәрләп ҡуйғайным, - тип уҡытыусы апай уға полиэтиленға һалынған ҡағыҙҙарҙы тотторҙо.

Мине тиҙ генә йыйындырып, ҡалаға юлланырға алып сыҡҡас Валя апай уҡытыусыма бында килгеләп торасаҡтарын әйтеп, өйгә кеше индермәй бикле тоторға һәм күҙ-ҡолаҡ булып торорға ҡушты.

Ул саҡта, миңә барыбер, тигән хәлдә инем, теләһә нишләтегеҙ мине, тип уйлап машинаға инеп ултырҙым.

Өлфәт ағай менән Валя апайҙың дүрт бүлмәле фатиры ҡала уртаһында булып, бик матур йыһазландырылғайны. Миңә, бер ҡасан да ауылдан сыҡмаған кешегә, ул хан һарайы һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа килеп инеү менән йыһаздар менән тулы фатирҙа ниндәйҙер бушлыҡ тойҙом мин. Барыһы ла бар, әммә ниҙер етешмәгән кеүек. Тәүҙә бала күңеле менән аңламаһам да, һуңыраҡ һиҙҙем мин уны. Өлфәт ағай менән Валя апайҙың балалары булмаған һәм бар өйҙөң йәме булған бала-саға юҡлығын, бушлыҡты йыһаз-фәлән генә тултыра алмаған икән. Ир менән ҡатындың күңелдәре лә буш һымаҡ тойолдо миңә ул саҡта.

Мин Ишембайға килгәндә сентябрь урталары булып, һөнәрселек училищеһында уҡыуҙар башланған булһа ла, документтарымды алып, уның Валя апай комендант булып эшләгән дөйөм ятағына урынлаштырып ҡуйҙылар. Күңелем бер ҙә тартмаған штукатур-маляр һөнәренә уҡыттылар мине унда. Тәүҙә ҡала тормошона, сит ҡыҙҙар менән бер бүлмәлә йәшәүгә өйрәнә алмай яфаландым. Өләсәйемде, ауылымды юҡһынып йыш ҡына башҡаларға һиҙҙермәй төндәр буйы балауыҙ ҙа һығып алғыланым.

Валя апай бик ҡырыҫ холоҡло ине. Башта уларға барғылап йөрөй инем, аҙаҡ, кил тип саҡырып тормағас, аяғым тартманы. Ә бына заводта баш инженер булып эшләгән Өлфәт ағай, әйтеүемсә, бик алсаҡ кеше булды. Училищеға килеп тә хәлемде белешкеләне, үҙҙәренә бармауыма үпкә һүҙҙәрен дә әйтте, осратҡан һайын, кәрәкмәй тиһәм дә, ҡулыма аҡса тоттороп китте. Ҡалаға килгәс тә Валя апайҙар мине баштан-аяҡ өр-яңыға кейендергәйнеләр, өләсәйем дә миңә тип байтаҡ ҡына аҡса туплап ҡуйған, шуға ла мин уға ҡытлыҡ кисермәнем, барын да уҡытыусы апай өйрәткәнсә һаҡлыҡ кассаһында тоторға тырыштым.

Валя апай мин йәшәгән ятаҡта эшләгәс көн дә тип әйтерлек күрешкеләп торҙоҡ, һирәк-мирәк булһа ла ул бүлмәмә лә инеп сыҡҡыланы. Ҡоро ғына һөйләшеп, үҙенә бик яҡын ебәрмәһә лә, йөрәгем нисектер уны яҡын тойоп, ҡайһы саҡ ҡосағына һыйынып иркәләнәһем, эс серҙәремде һөйләйһем килеп китә ине. Ләкин теләк-теләк булып ҡына ҡала килде.

Йыл ярым уҡығас, Валя апайҙың миңә булған ҡарашы бөтөнләй үҙгәрҙе. Ул мине аптыратып көн дә эргәмдә орсоҡ һымаҡ өйрөлә башланы, яғымлы һүҙҙәрен йәлләмәне. Ә бер көндө ай-вайына ҡуймай үҙҙәрендә йәшәргә күсереп алып ҡайтты. «Фатирыбыҙҙың ике бүлмәһенә инеп тә сыҡҡаныбыҙ юҡ, бөтөнләй буш тора, теләгәнеңде һайлап, рәхәтләнеп йәшә. Миңә лә өйҙә ярҙамлашырһың», - тине ул.

Минең үҙҙәрендә йәшәй башлауыма Өлфәт ағай бик ҡыуанды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, өрмәгән ергә лә ултыртмаҫҡа тырышты ул мине. Үҙҙәренең балалары булмағанға шулай мине яҡын күрәлер, тип уйлап ҡуя инем. Йәшерен-батырын түгел, уға атайҙарға ҡараған кеүек ҡараһам да, яныма килеп ултырып, йылы һүҙҙәр һөйләй башлаһа, күңелгә икенсерәк уйҙар ҙа килә, ҡайһы саҡ уның ҡосағына инеп иркәләнәһем, ойойһом да килеп китә ине. Етеп килгән ҡыҙ, йөрәктәрҙең терт-мерт килгән сағы ине бит. Бәлки, күңелемә оҡшаған берәй егет табып, уның менән осрашып йөрөһәм, Өлфәт ағайға әллә ни иғтибар ҙа бирмәҫ инем. Күңелгә ятышлы, минең менән яҡын дуҫ булып йөрөрҙәйҙәре осраманы ул саҡ. Училище егеттәре башлыса әшәке тәҡдим яһап, үҙҙәренән ситкә этәрҙе генә.

Өлфәт ағай, ҡатыны өйҙә юҡ саҡта, алтын алҡалар менән матур ҡашлы йөҙөк бүләк иткәс, Валя апайҙан тартынып, уларҙы сумаҙаным төбөнәрәк һалып ҡуйғайным, ә апай үҙе үк: «Ниңә ағайыңдың бүләктәрен таҡмай йәшереп ҡуяһың, улай ярамай», - тигәс артырап та ҡуйҙым. Күрәһең, бер-береһе менән килешеп эшләйҙәрҙер, тигән уй үтте башымдан.

Шулай, уларҙа бер ярты йыл  йәшәгәс, Валя апай ике аҙнаға санаторийға барып ҡайтырға йыйынды. Ул киткән көндө үк Өлфәт ағай төргәктәр күтәреп ҡайтып инде лә: «Бөгөн мул ғына премия алдым – табын әҙерлә, хәҙер шуны йыуабыҙ», - тине. Муйыныма бик матур муйынсаҡ та таҡты, көсләй-көсләй шарап та эсерҙе, иркә һүҙҙәрен дә йәлләмәне Өлфәт ағай ул кисте.

Иртәгәһен уның ҡосағында уяндым. Валя апайға ҡарата ҡылған енәйәтем бер аҙ күңелемде ҡырһа ла, булып үткәндәргә үкенмәнем дә, шикелле. Беҙҙең «мөхәббәт уйыны» бер аҙна ғына дауам итеп ҡалды. Йүнле-башлы дауаламайҙар, тигән булып Валя апай срогын да тултырмай ҡайттым инде. Мин уны күреү менән: «Йә, Хоҙай, нимә булыр, һиҙенә ул барыбер», - тип йәнем табаныма китһә лә, Валя апай бер ни булмағандай йөрөй бирҙе. Шулай ҙа ҡайһы саҡ миңә булған асыулы, көнсөл ҡарашын тойоп ҡалғандай була инем. Өс ай самаһы ваҡыт үткәс ул мине гинекологҡа алып китте. Ә унан ҡайтҡас, ҡаршыһына ултыртып: «Һин, ҡыҙыҡай, ауырлы. Уның кемдән икәнен һиҙәм мин. Аборт хаҡында уйлап та ҡарама – Өлфәт ағайыңды йәллә. Ул балабыҙ булмағанға, уларҙы иркәләй, тәрбиәләп үҫтерә алмағанына ғүмере буйы үкенеп йәшәй. Мин дә уның хәлендә. Ауыр операция әсә булыуҙан мәхрүм итте мине», - тине. Артабан ул минең үҙемдең дә әле бала ғына булыуымды, шул йәштә бер яңғыҙым тыуасаҡ сабыйымды тәрбиәләй, балалы көйө кейәүгә лә сыға алмаҫымды һәм башҡаларҙы теҙеп-теҙҙе. «Һинең барыһы ла алда әле. Бына тигән егетте осратып кейәүле лә булырһың, теләгәнсә бала ла табырһың. Ә быныһын беҙгә ҡалдыр. Ул бында май эсендә йөҙгән бауыр һымаҡ ҡына йәшәйәсәк», - тип илай-илай ялбарҙы ул.

Үҙен табып, күреп, тотоп та ҡарамағас, миңә ул саҡта балам бөтөнләй юҡ һымаҡ ине бит инде.

Әллә ни ауырһынмай апайға әле тыумаған да сабыйымдан баш тартыуым һәм уны Валя апай менән Өлфәт ағайға тәрбиәгә биреүем хаҡында расписка яҙып бирҙем.

Бала табыу йортона киткәнсе үк уҡып бөтөп ҡулыма таныҡлыҡ алғайным инде. Унан сығыуыма Валя апайҙар Салауат ҡалаһынан миңә бер бүлмәле фатир алып, таныштарының төҙөлөш фирмаһында эш тә табып ҡуйғайнылар. Минең алыҫтараҡ йәшәүем хәйерлелер, тигәндәрҙер инде, күрәһең.

Инде тыуҙырып, имеҙеп, ҡосоп-һөйөп тә өлгөргән сабыйымдан айырылыуы еңел булманы, әлбиттә. Салауатҡа күсенеп киткәндә  ярты йөрәгемде бүлеп ҡалдырғандай тойҙом үҙемде. Бик оҙаҡ ваҡыт сабыйымды төштәремдә күреп, һаташа-һаташа уяндым мин.

Ғүмер үткән һайын был тойғолар күңелемдән юйыла барҙы, ләкин бөтөнләйгә түгел. Йөрәгемде семетеп-семетеп алған саҡтары ла булып торҙо.

Салауатта йәшәгәндә Өлфәт ағай ҙа килгеләп торҙо, миңә бүләк-фәләнен, аҡсаһын йәлләмәне. «Ҡыҙ табып мине бәхетле иткәнең өсөн ғүмерем буйы бурыслы мин һиңә!» – тип ҡабатланы килгән һайын.

Йәшерен-батырын түгел, тиҙ генә бергә йоҡлап та ала инек. Ә бына Валя апайҙы бөтөнләй күрмәнем тиерлек. Комбинатта слесарь булып эшләгән бер егетте оҡшатып, кейәүгә сыҡҡанымда Өлфәт ағай менән килеп ҡотлап ҡына китте бер.

Ирем йүнһеҙ кеше, наркоман булып сыҡты минең. Ике йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ. Башта үҙенең тапҡан-таянғанын, аҙаҡ, эштән ҡыуылғас, минең йыйған аҡсаларымды талап тиерлек алып, наркотиктарға  тыҡты ла, яҡты донъя менән хушлашты. Әлдә унан ауырға уҙмаҫҡа баш етте…

Ҡыҙымды ҡабат ун йәше тулғанда күрергә насип булды миңә. Шулай бер көндө Өлфәт ағай фатирыма килеп инде һәм мине аптыратып: «Әйҙә әле минең менән, һине Валя апайың саҡыра», - тине лә, машинаһына ултыртып Ишембайға алып китте, аҙаҡ мине өйҙәрендә ҡалдырып, эшенә юлланды.

Мин барып ингәндә ҡыҙҙары Гөлсәсәк, ҡыҙым, тиһәм дә ярай, мәктәптә булып, Валя апай өйҙә бер яңғыҙы ғына ине. Мин ҡаҡ һөйәккә генә ҡалып карауатта ятҡан ҡатынды күреп телһеҙ ҡалдым. Ул минең ярҙамымда мендәренә һөйәлеп ултырҙы ла, хәлһеҙ тауыш менән генә: «Рак миндә, ҡыҙым», - тине. Аҙаҡ, эргәһендәге ултырғысҡа ултыртып ҡуйғас, минән: «Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта әсәйең кем тип яҙылған?» – тип һораны. Мин: «Вәлимә тиелгән», - тип яуапланым. «Ана шул Вәлимә мин булам инде, Валя тип атап ҡына йөрөтәләр мине. Ана өҫтәлдә ятҡан паспортты асып ҡара әле», - Валя апай әйткән һүҙҙәрҙең айышына төшөнөп тә етмәй паспортын ҡулыма алдым. Унда, ысынлап та, Валя апайҙың исеме Вәлимә, тип яҙылғайны. Иҫем-аҡылым китеп ултырғанда ул миңә ошоларҙы һөйләне: «Атайың менән Салауат педучилищеһында бергә уҡыныҡ беҙ. Уға тәү күреүҙә үк ғашиҡ булдым… һәм әле лә онота алмайым мин уны. Бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратһаҡ та, ҡауышырға насип булманы, мөхәббәт емешебеҙ булып һин генә тыуҙың. Әммә шул емешебеҙҙең тәмен татырға, уны һөйөп-ҡосорға, тәрбиәләп үҫтерергә яҙманы миңә. Атайың өйләнешәбеҙ ҙә, ауылға китәбеҙ, тине. Минең, ҡала ҡыҙының, минән дә бигерәк атай-әсәйемдең ауыл һүҙен ишетәһе лә килмәй ине. Атайыңды бер нисек тә ҡалала ҡалырға күндерә алманыҡ. Һиңә ауырға ҡалып уны ризалаштырырға ниәтләүем дә барып сыҡманы. Атайың бигерәк үҙһүҙле ине шул. Көнөң килеп етер алдынан инде сабырлығым бөтөп, асыуым да килеп: «Дүрт яғың ҡибла, түлкә тыуасаҡ балаңды ла үҙең менән алып китәһең, мин ирһеҙ бала бағып ултырмаясаҡмын», - тинем. Былай тип әйтергә тағы бер сәбәбе булды. Атай-әсәйемдәрҙең бай ғына бер таныштарының институт тамамлап эшкә ҡайтҡан шәп кенә улдары бар ине. Балаңдан ҡотол да, шуға димләп, өйләнештерәбеҙ, тип әсәйем көнө-төнө минең ҡолаҡҡа тыҡыны. Өлфәтте ҡырҙаныраҡ күреп үҙем дә бик оҡшатҡайным. Атайыңдың  тәккәбберлегенә енем ҡотороп йөрөгән саҡ ине – әсәйемдәр әйткәнсә эшләнек тә ҡуйҙыҡ.

Нисек минән шулай баш тарта алдың, тип мине ғәйепләргә ашыҡма, ҡыҙым, үҙең дә минең хәлгә төшөп, мин кисергәндәрҙе кисерҙең бит. Хоҙай миңә язаһын бирҙе, гонаһтарым ул ғына түгел ине бит. Үҙ ҡыҙымды үҙ ирем аҫтына һалыуға тиклем барып еттем, бигерәк тә эгоист булдым бит.

Балабыҙ булмағанға Өлфәт ағайың да, мин дә бик көйөндөк. Ирем детдомдан берәйһен алайыҡ тиһә лә, үҙ баламдан баш тартҡан бәндә кешенекен ҡарай, яҡын итә алмаҫмын, тип ризалашманым. Ә һин онотҡанда бер генә иҫкә төшә  инең. Өләсәйең: «Миңә яҡты донъя менән хушлашырға күп ҡалманы, ейәнсәремде ҡалдырырға башҡа кешем юҡ, уны үкһеҙ йәтим итмә, килеп ал», - тип хат яҙып ебәргәс, тәүҙә теләһә нишләһендәр тиеберәк уйлап ҡуйғайным да, аҙаҡ ни тиһәң дә үҙ ҡаным бит тип һине барып алырға булдым. Әлбиттә, Өлфәт һинең минең ҡыҙым икәнде белмәй һәм белмәүе хәйерлерәктер ҙә, тип уйлайым. Өләсәйеңдең үлемен хәбәр иткән уҡытыусы апайыңды ла был турала нығытып ҡуйҙым.

«Ҡайһылай һинең йәш сағыңа оҡшап тора!» – тип Өлфәт һине тәү күреүҙә үк яҡын итте. Һине училище ятағына урынлаштырғас, нишләргә лә белмәне, үҙебеҙҙә генә торһон, тип башымды ҡаңғыртты. Аталыҡ хисе уянғандыр инде, күрәһең, тағы ла детдомдан бала алайыҡ, ти башланы.

Бына шунда башта сит-ят бәндәләрҙең балаһын алып тәрбиәләгәнсе, үҙ баламдың балаһын алып тәрбиәләү һәйбәт булмаҫмы, үҙ ҡаным бит, ситләтмәм, Өлфәттең дә үҙ балаһы булыр, тигән уй тыуҙы. Башҡалар был ниәтемде мәкерлегә һанар, ә беҙҙең өсөн ул бик ҡулай ине. Эгоистлығымды ла еңә алманым мин ул саҡ».

Инде үҙен минең әсәйем тип атаған кешенең һөйләгәндәрен тыңлап һеңгәҙәп тик ултырҙым. Ул артабан: «Миңә йәшәргә күп ҡалманы, Гөлсәсәгебеҙҙе һинең ҡулыңа ҡалдырам, Өлфәт ағайың менән бергә йәшә, үҙ балаңа әсә бул, әммә әсәйлегеңде белгертмә. Быныһын бик үтенеп һорайым. Ҡыҙыбыҙ мине генә әсәһе тип белә, дөрөҫөн әйтеп йөрәген яраламайыҡ, үҙ баламдан да яҡын ул миңә. Ә һин барыһы өсөн дә мине бер үк ғәфү ит, ҡыҙым», - тип ҡулдарымды үбә-үбә иларға уҡ тотондо. Аҙаҡ: «Ғүмерҙә илағаным юҡ ине, тип әйтерлек, ҡаты бәғерле бит мин», - тип тағы минән ғәфү үтенеп ҡуйҙы.

Ул арала ҡыҙын эйәртеп Өлфәт ағай ҙа ҡайтып инде. Йүгереп Валя апай янына килгән баланы әсәй тип йөрөткәне ҡосаҡлап һөйҙө лә: «Таныш бул, Әминә  апайың була», - тине.

Шулай итеп, Валя апайҙы, йәғни әсәйемде күмгәс, Өлфәт менән әйләнешеп, мин үҙ ҡыҙыма Әминә апай, үгәй әсә генә булып ҡалдым.

Шулай ҙа яҙмышыма үкенмәйем мин, Хоҙай үҙ ҡыҙым менән ҡабат ҡауыштырҙы. Ирем дә миңә оҡшай.

Юлдашымдың һөйләгәндәре күңелемде шул тиклем тетрәтте, машинамдан төшөп ҡалғансы  мин унан ире менән ҡыҙының Мәскәүгә ниңә осоуҙары хаҡында ла һорарға онотҡанмын. Әминә, башҡалар белмәһен инде, тиһә лә уның ғибрәтле яҙмышы хаҡында  яҙырға ҡулыма ҡәләм тотмай булдыра алманым. 

 

Мөҙәрис Багаев.

фото интернеттан.

ҮГӘЙ ӘСӘ (БУЛҒАН ХӘЛ)